

2026 йылда Башҡортостанда дәүләт урман фонды биләмәһендә «Урман һағы» видеомониторинг системалары селтәрен ярайһы уҡ киңәйтеү планлаштырыла. Был урмандарҙы янғындарҙан һаҡлауҙы көсәйтергә мөмкинлек бирәсәк һәм ул «Экологик именлек» (национальный проект «Экологическое благополучие»)милли проекты маҡсаттарына тап килә, тип хәбәр итә республиканың Урман хужалығы министрлығы.
Башҡортостандың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов һүҙҙәренсә, урмандарға контролде көсәйтеү өсөн федераль үҙәк ярҙамында «Урман һағы» системаһындағы 22 камераға тағы 35-40 өҫтәү планлаштырыла.
- Система үҙенең һөҙөмтәлелеген иҫбатланы. Быйыл «Урман һағы»нда урман массивтары менән сиктәш ерҙәрҙә 22 янғын сығыуы теркәлгән. Был янғындың урман фонды ерҙәренә күсеүенә юл ҡуймаҫҡа һәм ҙур зыян килтереүҙе кисектерергә мөмкинлек бирҙе, - тип хәбәр итте урман ведомствоһы етәксеһе.
Яңыртылған милли проекттар, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса, 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.
Фото: gtrkrb.ru
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan