МИЛЛИ ПРОЕКТ
22 Ғинуар 2025, 05:57

МХО хәрбиҙәренә иғтибар ҙур

Районда социаль координаторҙар  яугирҙарға һәм уларҙың ғаиләләренә комплекслы ярҙам күрһәтә

МХО хәрбиҙәренә иғтибар ҙурМХО хәрбиҙәренә иғтибар ҙур
МХО хәрбиҙәренә иғтибар ҙур

Башҡортостанда “Ватанды һаҡлаусылар” фонды 2023 йылдан үҙ эшмәкәрлеген башланы. Хәйбулла районында ла был ойошма махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға, уларҙың ғаиләләренә һәр яҡлап ҙур ярҙам ҡулы һуҙа. Йәғни фонд яугирҙар һәм уларҙың туғандары өсөн төрлө һорауҙар менән мөрәжәғәт итерлек үҙенсәлекле “берҙәм тәҙрә”.

“Ватанды һаҡлаусылар” республика фондының Хәйбулла районы  филиалында социаль координаторҙар булып Лилиә Шәкирова һәм Ләйсән Салауатова эшләй. Форсаттан файҙаланып,  Лилиә Рафайыл ҡыҙы менән   хәрбиҙәр һәм  СВО-ла һәләк булған яугирҙарҙың ғаиләләре менән ниндәй эш алып барылыуы, шулай уҡ фонд күрһәткән ярҙам  саралары тураһында һөйләшеү алып барҙыҡ.

--Лилиә Рафайыл ҡыҙы,  2025 йылда республикала иғлан ителгән Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү йылы сиктәрендә “Ватанды һаҡлаусылар” фондының Хәйбулла филиалында ниндәй эштәр башҡарыу күҙ уңында тотола?

--Әлбиттә, эштәр ҙә, пландар ҙа бик күп. Мәҫәлән, Рәсәйҙә иғлан ителгән Ватанды һаҡлаусылар йылы, Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығы һәм  республикалағы исемле йыл айҡанлы Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға  һәм уларҙың ғаиләләренә  ярҙам итеү, һәләк булғандарҙың исемдәрен мәңгеләштереү буйынса маҡсатлы эш алып барыу планлаштырылды.

 СВО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре өсөн  яңы  проекттар тормошҡа ашырыу күҙаллана. Яугирҙарға ярҙам итеү буйынса ла идеяларыбыҙ бихисап.

--Балаларҙа, йәштәрҙә илһөйәрлек тәрбиәләү бөгөн мөһим маҡсаттарҙың береһе.  Фонд тарафынан ошо йүнәлештә ниндәй эш алып барыла?

--Уҙған йылдағы кеүек быйыл да  илһөйәрлек темаһы һыҙыҡ өҫтөнә алына.  Белем биреү учреждениеларында Ҡаһарманлыҡ дәресе кеүек патриотик саралар ойоштороласаҡ. Унда  СВО-ла ҡатнашыусылар, махсус хәрби операциянан яраланып ҡайтҡандар, һәләк булғандарҙың ғаиләләре   йәлеп ителә.

--Районда “Үҙ ғаилә ҡунаҡханаһы” тип аталған яңы проект тормошҡа ашырыла. Ошо турала ла тулыраҡ мәғлүмәт бирһәгеҙ ине.

--“Үҙ ғаилә ҡунаҡханаһы”  проекты былтырҙан тормошҡа ашырыла. Унда   махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан хәрбиҙәр, уларҙың яҡындары, һәләк булғандарҙың ғаиләләре ҡатнаша. Бөгөн  күптәрҙең улдары, атайҙары, яҡын кешеһе йәиһә танышы махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Уларҙың туғандарының нисек ут йотоп йәшәүен,  яугирҙарҙан  көн дә  иҫәнмен тигән сәләм көтөүен, хоҙайҙан  именлек һорауын улар үҙҙәре генә беләлер.  Был бик  көсөргәнешле хәл.  Шуға күрә  СВО-ға бәйле булғандарҙың  ғаиләләре менән айына бер тапҡыр үткәрелгән проект сараһында   уларҙы борсоған һорауҙарға яуап бирәбеҙ, бында  яугирҙарға  хөкүмәт ярҙамы сараларынан башлап, хатта   мутлашыусыларға бәйле  мәсьәләләр ҡарала. Кәрәк саҡта  психологтар йәлеп ителә. Ғөмүмән,  ғаилә ҡунаҡханаһында  тәмле сәй эсеп,   күңелеңде өйкәгән борсолоуҙарҙы әйтеп сығарырға, көсөргәнешлекте сисергә, рәхәтләнеп әңгәмәләшергә була. Ошондай йылы форматта үтә был проект.

--Лилиә Рафайыл ҡыҙы, яугирҙарҙан һәм уларҙың ғаиләләренән  мөрәжәғәттәр күпме?

--300-ҙән ашыу мөрәжәғәт ҡабул иттек.  Кешеләр  хәрби хәрәкәттәр ветераны  кенәгәһен алыуҙан алып льготалар рәсмиләштереүгә  ҡағылышлы төрлө һорауҙар менән килә. Тағы ла  яугирҙарға хөкүмәт ярҙамы саралары,  страховкалау түләмдәренә ғаризалар,  хәбәрһеҙ юғалғандарҙы эҙләү, СВО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың яҡындарына  шифахана-курорт дауаланыуы үтеү,  психологик ярҙам күрһәтеү һәм башҡалар инә. Айына бер нисә тапҡыр  һәләк булған хәрбиҙәрҙең ғаиләләренә сығабыҙ, комплекслы ярҙам күрһәтәбеҙ.

--Лилиә Рафайыл ҡыҙы, күреүемсә,  ҡыҫҡа ваҡытлы  отпускыға ҡайтҡан егеттәр мотлаҡ һеҙҙә булып китә. Яугирҙар менән ныҡлы бәйләнеш булдырғанһығыҙ. Ил һаҡсыларының кәйефтәре нисек?

--Эйе,  өлөшләтә мобилизацияға эләккән һәм контракт буйынса махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандар менән даими бәйләнештәбеҙ. Уларҙың бер-береһе өсөн ныҡлы терәк-таяныс булыуына ҡыуанам. Хәрби дуҫлыҡтары менән ғорурланам. Илһөйәрлек саралары уҙғарғанда ла улар алғы сафта.

Шулай уҡ  СВО-ла яҡындарын юғалтҡандарға ла мөрәжәғәт иткем килә. Һеҙҙең ярҙамға һәм иғтибарға мохтаж булыуығыҙҙы беләбеҙ һәм һеҙҙе Аҡъяр ауылы Муса Гәрәев урамы, 40 адресы буйынса  “Ватанды һаҡлаусылар” фонды филиалында көтәбеҙ. Ҡайғы килгәндә, бергә булыу яҡшы, ярҙам ҡулы һуҙырға әҙербеҙ. Еңеү өсөн бергәләп барыһын да эшләргә тырышайыҡ.

--Әңгәмә өсөн рәхмәт. Еңел булмаған һәм яуаплы эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ.

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас