Сара берҙәмлек һәм үҙ-ара аңлашыусанлыҡ мөхитендә үтте. Унда 8 ил, Рәсәйҙең 21 төбәгенән, республиканың 34 районынан делегаттар йыйылды. Ҡоролтай милләтебеҙҙе нығыта һәм беҙ шуның менән көслөбөҙ.
"Айыҡ ауыл" киләсәккә ынтылыш бирә
Рөстәм Шәрипов, Хәйбулла районы хакимиәте башлығы:
- Хәйбулла - элек-электән татыу, матур ғаиләләре менән дан тотҡан район. "Айыҡ ауыл" конкурсы сиктәрендә “Айыҡ ҡатын”, “Ете ҡыҙ”, “Шәп егет” кеүек проекттарыбыҙ барлыҡҡа килде. Улар халыҡтың йәшәйеше, киләсәге өсөн хеҙмәт итә. Беҙ онотола барған ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе тергеҙәбеҙ, халыҡ та ихлас ҡушылды. Район халҡы өсөн бик мөһим улар, сөнки кешеләрҙең киләсәккә ынтылышы арта, был идеяларҙы ла хуплап ҡабул итәләр.
#ҡоролтай #курултай #ВсемирныйКурултайБашкир #VIВКБ