Сираттағы съезд Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың Указына ярашлы ойошторола. Форумда республика, Рәсәй төбәктәренән һәм сит илдән 500-ҙән ашыу делегат ҡатнашыуы көтөлә.
Республикала VI Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына әҙерлек сиктәрендә делегаттар һайлау һәм съезд эшендә ҡатнашыу өсөн рәсми делегация булдырыу буйынса дөйөм йыйылыштар уҙғарылды, йәмғеһе 318 делегат һайланды. Рәсәй Федерацияһы төбәктәрендә илебеҙҙең 34 төбәгенән 171 делегат һайланған. Сит ил делегацияһы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә эшләгән йәмәғәт ойошмалары активистарынан тора һәм съездға 12 илдән 38 ватандаштарыбыҙҙың килеүе көтөлә.
Хәйбулла районынан съезд эшендә ете делегат ҡатнаша. Мөһим ваҡиға алдынан Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайы эше тураһында башҡарма комитет рәйесе, район мәҙәниәт идаралығы начальнигы Лариса Мәмбәтова менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
--Лариса Рәшит ҡыҙы, урындағы башҡарма комитет эшмәкәрлегенә ниндәй баһа бирә алаһығыҙ?
--Мин район ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе вазифаһын ике йыл ғына башҡарам, әммә V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының һуңғы съезында ҡабул ителгән ҡарарҙар тулыһынса тормошҡа ашырыла тип әйтә алам. Бик күп саралар үткәрелде, мәҫәлән, башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү, Рәсәйҙә Ғаилә йылы иғлан ителеүгә бәйле ғаилә институтын нығытыу һәм башҡалар. Дөйөм алғанда, башҡарма комитет активистары, йәмәғәт ойошмалары әүҙем эшләй, мәҫәлән, ҡоролтай янында төрлө йүнәлештәр уңышлы алып барыла. “Ағинәйҙәр” йәмғиәте даими рәүештә үҙ сафын тулыландыра, уның ячейкалары һәр ауылда тиерлек бар һәм ауыл китапханалары янында эшләйҙәр. “Ағинәйҙәр” клубы етәксеһе Минзифа Ишемғолова әүҙем йәмәғәтсе, күп саралар ойоштора. Был йәмәғәт ойошмаһы төбәктә иң ҙур һәм маҡсатлы эшләгәндәрҙең береһе.
Район ҡоролтайы янында Аксана Сынбулатова етәкселегендәге тыуған яҡты өйрәнеүселәр ағзалары әүҙем эшләй. Улар тырышлығы менән район үҙәгендә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар исеме уйып яҙылған яңыртылған “Хәтер стенаһы” мемориалы барлыҡҡа килде. Тыуған яҡты өйрәнеүселәр 1941-45 йылдарҙа һуғышҡа алынғандарҙың исемлектәрен асыҡлау буйынса ҙур эш башҡарҙы, төрлө сәбәптәр менән элек “Хәтер китабы”на индерелмәгән йөҙләгән фронтовиктар исеме мемориалға яҙылды.
--Ә бына айырыуса ниндәй сағыу, әһәмиәтле ваҡиғалар һәм ҡаҙаныштарҙы билдәләп үтер инегеҙ?
--Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты составында беҙҙең яҡташыбыҙ Хөрмәтулла Үтәшев эшләй, ул Түңгәүер ырыуы башҡорттары йәмәғәте хәрәкәте кураторҙарының береһе. Һуңғы йылдарҙа был йәмәғәт эшмәкәрлеге һиҙелерлек әүҙемләште, йыл һайын Урал аръяғы райондарында “Түңгәүерҙәр йыйыны” ойошторола. Был рухи сара былтыр Баймаҡта үткәйне, быйыл эстафетаны хәйбуллалар ҡабул итеп, масштаблы сара ойошторҙо. Ошо форум сиктәрендә, Аҡъяр ауылында яҡташыбыҙ, арҙаҡлы ҡурайсы Йомабай Иҫәнбаевҡа һәйкәл асылды, уға арналған китап-альбом сығарылды. Был районда башҡорт ырыуҙарының тарихын өйрәнеүгә, билдәле шәхестәрҙең исемдәрен тергеҙеүгә, рухи мираҫты киләһе быуындарға тапшырыуға айырым иғтибар бирелеүе тураһында һөйләй.
Республикала популярлыҡ яулаған конкурстарҙың береһе –“Айыҡ ауыл”. Ул да Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы съезындағы ҡарарҙарҙың береһендә сағылдырыла. Республика конкурсы ҙур масштабҡа эйә, унда ҡатнашыусы ауылдарҙың һаны йылдан-йыл арта, шуға күрә приз фондын арттырыу тураһында ҡарар ҡабул ителде. Был тенденция Хәйбулла районында асыҡ сағылыш таба һәм бында ла район ҡоролтайы эше асыҡ күренә. Сөнки “Айыҡ ауыл” бәйгеһен үткәреүҙә барыһы ла ҡатнаша: йәштәр, спорт хәрәкәттәре, “Ағинәйҙәр” клубы, ҡатын-ҡыҙҙар советтары, аҡһаҡалдар йәмғиәте, атайҙар советы һәм башҡа йәмәғәт берекмәләре. Шуның һөҙөмтәһе булып, Хәйбулла районы өс йыл рәттән республика кимәлендә призлы урындар яулай—был беҙҙең берҙәм эшкә оло баһа.
Быйыл конкурстың муниципаль этабында райондан 8 ауыл ҡатнашты. Яңыраҡ уларҙың эшмәкәрлеген баһалау буйынса үткәрелгән асыҡ презентация халыҡтың юғары әүҙемлеген, сәләмәт тормош алып барыуҙы пропагандалаған бихисап саралар уҙғарылыуын дәлилләне.
--Лариса Рәшит ҡыҙы, мәҙәниәт, сәнғәт, әҙәбиәт өлкәләрендә нимәләр эшләнде?
--Ауыл китапханалары өсөн китаптар һалып алынды. Йыл да мәҙәниәт өлкәһенә район бюджетынан ошо маҡсатта өҫтәмә аҡса бүленә, бигерәк тә башҡорт китаптары фондын тулыландырыуға иғтибар бирелә. Ағымдағы йылда бер миллион һумға китаптар алынды. Шулай уҡ китапханалар өсөн ваҡытлыса баҫмалар яҙҙырабыҙ, сөнки ауыл ерендә һәр кем өйөнә гәзит-журналдар яҙҙырта алмай.
Район китапханаларында барлыҡ имиджлы саралар ойошторола, сөнки улар халыҡты берләштереүсе башланғыс булып тора. Китапханасылар йыл дауамында “Рух яҙыуы” шиғри проекты сиктәрендә, билдәле башҡорт яҙыусылары, шағирҙары, арҙаҡлы яҡташтарыбыҙ һәм башҡаларға арнап, төрлө кисәләр һәм осрашыуҙар ойоштора.
Мәҙәниәт учреждениеларының матди-техник базаһын яңыртыуҙа беҙгә йыл һайын муниципалитет ярҙам итә. Быйыл бүленгән 15 млн. һум аҡсаға ремонт эштәре башҡарҙыҡ, музыка ҡорамалдары алдыҡ. Ауыл мәҙәниәт йорттары өсөн гармун, ноутбуктар алынды.