Урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһы сиктәрендә, Татыр-Үҙәк ауыл биләмәһе халҡы тарафынан өҫтәмә ҡоролмалары менән бортлы УАЗ йөк машинаһы алыу тураһында ҡарар ҡабул ителгәйне. Халыҡтың йыйған аҡсаһына һәм “Башҡорт баҡыры” предприятиеһы бағымсылығы менән ауыл кешеләренең был ниәте тормошҡа ашты.
Автомобиль ауыл биләмәһе файҙаһына ҡулланыласаҡ һәм янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеүҙә лә яҡшы. Унан башҡа ла бик күп проблемаларҙы хәл итергә мөмкин буласаҡ.