Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТ
4 Сентябрь , 17:20

Хәйбулла пенсионерҙары өсөн бушлай сәйәхәт

*

Хәйбулла пенсионерҙары өсөн бушлай сәйәхәт
Хәйбулла пенсионерҙары өсөн бушлай сәйәхәт

Башҡортостан Республикаһында  оло быуынға хәстәрлек һәм хөрмәт бар. “Башҡорт оҙон ғүмерлелеге. Туризм” программаһы быға асыҡ миҫал.  Хәйбулла районында йәшәгән пенсионерҙар туризмға, йәғни Башҡортостан буйлап сәйәхәт итеүгә өҫтөнлөк бирә.

Был юлы  уңайлы автобустарҙа “Яҡты-күл” шифаханаһына бер көнлөк турҙа булыу бәхете тейҙе. Көндөң матур тороуы ла  яҡшы кәйеф өҫтәне.  Алыҫ араларҙы яҡынайтып, бер-беребеҙ менән ҡыуанышып аралашып,  юл буйына  беҙҙең йәшлек  йылдары йырҙарын йырлап, тәғәйен урынға барып еткәнде һиҙмәй ҙә ҡалдыҡ. Урал аръяғының ынйыһы булған Яҡты-күл хозурлығы менән әсир итте. Күл төбөндәге төрлө таштар күренерлек таҙа һыу, яр буйы һоҡландырҙы.  Экскурсия барышында Әбйәлил районында  СССР геройы Таһир Күсимовтың музейында булдыҡ,  иҫтәлекле һәм тарихи ваҡиғалар тураһында мәғлүмәт тупланыҡ,  архив материалдар менән таныштыҡ.

Көндөң икенсе яртыһында инде  беҙ Белорет районындағы Абзаҡ тау-саңғы шыуыу курортына юлландыҡ. Ундағы хозур тәбиғәтле урман менән уратып алынған, балҡып торған аквапаркка аҡ өмөттәр менән аяҡ баҫтыҡ. Ҙур күләмле, күмәкләп һыу инеү өсөн тәғәйенләнгән  һыу объекты икән ул.  Барып ингәс тә, заманса бассейн ял итеүселәрҙең шат тауышына күмелде. Һәр ерҙә таҙалыҡ һәм тәртип.  Беҙҙе бик ихлас һәм йылы ҡаршы алдылар. Һоҡланыуыбыҙҙы йәшерә алманыҡ, шуға күрәлер, бында туристарҙан  ағым өҙөлмәй.

Был сәфәребеҙ беҙгә яңы асыштарға мөмкинлек  биреп кенә ҡалмай,  республикабыҙ тарихын белергә һәм  матур тәбиғәтен күрергә насип итте. “Башҡорт оҙон ғүмерлелеге.Туризм” программаһы  артабан да дауам итһен һәм  үҙ мөмкинлеген киңәйтһен, тигән теләктә ҡайтырға сыҡтыҡ.

Программала ҡатнашыусылар, оло быуын вәкилдәре,  бихисап иҫтәлекле урында булып, ихлас тәьҫораттары менән бүлештеләр.  Сәйәхәтселәрҙең араһында иң олоһо Роза Игебаеваға  71, ә  иң кесе пенсионер Гөлнур Акиловаға 56 йәш ине. Пенсионер-туристар ошо проектты булдырыу инициативаһын биргән республика башлығына рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Ҡалған оло йәштәгеләргә лә өйҙә ултырғансы, бушлай        мөмкинлектән файҙаланып, Башҡортостан буйлап сәйәхәт  итергә саҡырам, һеҙҙең ҡыуанып ҡайтасағығыҙға иманым камил.

**

Венера Ғәббәсова:

--Хәйбулла районы хакимиәтенә “Башҡорт оҙон ғүмерлелеге.Туризм” программаһы буйынса ошондай матур сәфәр ойошторғандары өсөн рәхмәт.  Тур мәғлүмәти яҡтан да, шул уҡ ваҡытта  файҙалы булыуы менән дә оҡшаны. Барыһы ла юғары кимәлдә булды. Гид Розалияға һәм  оҫта водитель Сергейға рәхмәт.  Туризм өлкәһендә ошондай сәйәхәттәр  даими булып торһон һәм оло быуынды ҡыуандырһын. 

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас: