Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТ
30 Август , 16:13

Хәйбулла районы үҙәк дауаханаһы автопаркы тулыланды

*

Хәйбулла районы үҙәк дауаханаһы автопаркы тулыланды
Хәйбулла районы үҙәк дауаханаһы автопаркы тулыланды

Аҡъяр үҙәк район дауаханаһы  автопаркы  өр-яңы “Лада Гранта” автомашиналары менән тулыланды.  Уларҙың асҡыстарын  тантаналы шарттарҙа Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров дауахананың баш табибы Рәмилә Шәриповаға тапшырҙы.

--Республика медицина ойошмаларына ҙур партия яңы автомобилдәр тапшырҙыҡ. 135  “Лада Гранта” машинаһы республиканың 43 ҡала һәм үҙәк район дауаханаларына оҙатылды.  Автомобилдәр “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының беренсел звеноһын модернизациялау программаһы сиктәрендә алынды. Йыл аҙағына тиклем тағы ла 70 автомашина алынасаҡ.  Был бик кәрәкле эш һәм уны дауам итәсәкбеҙ. Беҙҙең маҡсат—медицинаны кешеләр өсөн уңайлы итеү. Йәғни  кемдәргә поликлиника йәки дауаханаға барыу ауыр, улар барып етерлек йәки  терапевттар һәм педиатрҙар үҙ пациенттарының өйөнә барыу өсөн бик кәрәкле буласаҡ,--тине Радий Фәрит улы.

Эйе,  был машиналар  халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн тәғәйенләнгән. Бигерәк тә  ҡатмарлы юл шарттарында улар бик кәрәк.Район халҡына  сифатлы  медицина ярҙамы алыу өсөн шарттар булдырыу, һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә ярҙам –бөгөн  көн үҙәгендә тора.

**

Рәмилә Шәрипова, Аҡъяр үҙәк район дауаханаһының баш табибы:

--Аҡъяр үҙәк район дауаханаһының  автопаркы тағы ла ике “Лада Гранта” машиналары менән тулыланды. Үҙебеҙҙең илдә сығарылған  автомашиналар Һаулыҡ һаҡлау беренсел звеноһын модернизациялау программаһы буйынса алынды.  Ғөмүмән, Аҡъяр дауаханаһы автопаркы йыл да тулылана. Һуңғы биш йылда ғына  12 автомобиль алынды, шуларҙың икеһе реанимобиль.

 

 

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас: