Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТ
29 Август , 11:34

Туған телде уҡытыуҙағы төп мәсьәләләр ҡаралды

1-се Акъяр урта мәктәбендә “Мәғариф өлкәһендә дәүләт сәйәсәтен тормошҡа ашырыу: берҙәм алымдар һәм стратегик йүнәлештәр” темаһына арналған, мәғариф буйынса август кәңәшмәһе сиктәрендә ойошторолған, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының секцион ултырышы уҙҙы.

Туған телде уҡытыуҙағы төп мәсьәләләр ҡаралды
Туған телде уҡытыуҙағы төп мәсьәләләр ҡаралды

  “Телен ҡәҙерләгән халыҡ – ҡәҙерле булыр”, - ти башҡорт мәҡәле. Тел һағында булған, уны яҡлаған, данлаған башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының иңенә - балаларҙың күңелендә  милли рух, теленә, халҡына һѳйѳү уятыу; заман талаптарына ярашлы телде үҫтереү бурыстары йөкмәтелгән.

  1-се Акъяр урта мәктәбендә “Мәғариф өлкәһендә дәүләт сәйәсәтен тормошҡа ашырыу: берҙәм алымдар һәм стратегик йүнәлештәр” темаһына арналған, мәғариф буйынса август кәңәшмәһе сиктәрендә ойошторолған, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының секцион ултырышы уҙҙы.

   Ултырышты район методик берекмәһе етәксеһе Рәйфә Түлибаева  көн тәртибе менән таныштырып, 2023-2024 уҡыу йылының эш һөҙөмтәләренә  йомғаҡ яһап, башлап ебәрҙе.   Подольск урта мәктәбенән Раушания Ғәлиуллина “Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен өйрәнгәндә эш  программаларын төҙөү үҙенсәлектәре” тураһында эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты.

Күп профилле полилингваль 3-сө  Акъяр мәктәбе уҡытыусыһы Дания Вәлитова “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2024” төбәк-ара конкурсы: уңыштар һәм бурыстар” темаһына сығыш яһаны. Был мәртәбәле конкурс уҡытыусының һөнәри үҫешендә ҙур урын алыуын һөйләне, үҙ тәьҫораттары менән бүлеште. Шулай уҡ, Бүребай мәктәбе уҡытыусыһы Лилиә Гәрәева “2023-2024 уҡыу йылында төп дәүләт имтиханы һөҙөмтәләренә анализ” яһап, белем биреүҙең сифатын билдәләүсе төп күрһәткес - Дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы тураһында ентекле һөйләп үтте.

3-сө Акъяр күп профилле полилингваль мәктәбенән Айгөл Рәсембәтова коллегаларына бөгөнгө көндә башҡорт теле һәм әҙәбиәтен өйрәнеүҙә ҡулланырға мөмкин булған һанлы белем биреү проекттары тураһында мәғлүмәт бирҙе. Сиҙәм урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рәйлә Фәйзуллина “Федераль белем биреү программаларын тормошҡа ашырыу. Заманса белем биреү: яңы талаптар һәм мөмкинлектәр” темаһына сығыш яһаны, хәҙерге заман талаптарына ҡағылышлы үҙ фекерен, тәҡтимдәрен  еткерҙе.

   Ултырышты йомғаҡлап,  район мәғариф идаралығы методисы С.Р. Әлибаева “Башҡортостан Республикаһында дәүләт теле сәйәсәте: төбәк тәжрибәһе һәм тормошҡа ашырыу перспективалары”, “Уҡыусыларҙа патриотизм һәм туған телгә һөйөү тәрбиәләүҙә - милли тәрбиә” темаларына мәғариф буйынса республика август кәңәшмәһенең дискуссия майҙансығы тәҡдимдәре менән таныштырҙы. Шулай уҡ ул уҡытыусыларға үҙенең төплө фекерен, урынлы кәңәштәрен еткерҙе, алда торған эштәр һәм бурыстар менән таныштырҙы.

   Дөйөм алғанда, ултырыш бик эшлекле шарттарҙа барҙы. Унда ҡатнашыусылар башҡорт телен  һаҡлау һәм үҫтереү, туған тел дәрестәрен уҡытыуҙың сифатын күтәреү мәсьәләләре буйынса   фекер алышты. Яңы уҡыу йылына эш планы ҡабул ителде, бурыстар һәм маҡсаттар ҡуйылды. Сара  аҙағында  юбилярҙар, юғары һөҙөмтәләр күрһәткән уҡытыусылар тәбрикләнде.

   Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары дөрөҫ йүнәлеш, ҡыҙыҡһындырған һорауҙарына яуап алып,  киләсәктә педагогик эшмәкәрлеккә өмөтлө пландар ҡороп, кутәренке рухта таралышты.  Файҙалы осрашыу биргән шатлыҡ хисе, уҡыу йылы дауамында күңелдәрҙе йылытып торор әле.

В.Йәрмөхәмәтова,

1-се  Акъяр урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

**

Радий Хәбиров, республика Башлығы:

--Башҡорт телен өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыу өсөн, бигерәк тә йәштәр һәм балалар араһында, күп нимә эшләйбеҙ. Бында  белем биреүҙең заманса алымдарын,  киң мәғлүмәт сараларында сағыу проекттар һәм коммерция булмаған ойошмаларға бирелгән гранттар тураһында әйтергә була. Халыҡ-ара диктант та  ошо эштәргә  яҡшы миҫал.

**

Рәйфә Түлибаева, Хәйбулла районы башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса методик берекмә етәксеһе:

--Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2007 йылдың 15 ғинуарындағы «Иң яҡшы башҡорт һәм рус телдәре уҡытыусыларын аҡсалата бүләкләү тураһында» ҡарары Башҡортостан Республикаһының «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары тураһында», «Башҡортостан Республикаһында мәғариф тураһында» закондарына ярашлы дәүләт телдәрен уҡытыу сифатын яҡшыртыу, башҡорт һәм рус телдәре уҡытыусыларын матди дәртләндереү маҡсатында ҡабул ителде.

         Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарарына ярашлы,  йыл һайын дөйөм белем биреү ойошмаларының һәм дәүләт һөнәри белем биреү ойошмаларының иң яҡшы башҡорт һәм рус теле уҡытыусылары араһында конкурс үткәрелеп, юғары һөҙөмтәләр күрһәткән үҙ һөнәренең оҫталарына - 50 башҡорт һәм рус теле уҡытыусыһына - 50 мең һум күләмдә аҡсалата премия тапшырылып килә.

         Хәйбулла районынан һигеҙ башҡорт теле уҡытыусыһы ошо премияға лайыҡ булды. Рәсәй Федерацияһының грантын өс уҡытыусы : иң беренселәрҙән булып Әбеш мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Юнысова Әминә Сәлихйән ҡыҙы, аҙағыраҡ 2-се Аҡъяр мәктәбенең уҡытыусыһы Бохарбаева Менәүәрә  Исхаҡ ҡыҙы ала.  Ә Татыр-Үҙәк мәктәбенән  Түлибаева Рәйфә Искәндәр ҡыҙы шул уҡ грантҡа  ике мәртәбә (2012  һәм  2019 йылдарҙа) эйә була.

          Башҡортостан Республикаһының грантына  Сиҙәм мәктәбенең уҡытыусыһы Фәйзуллина Рәйлә Әхиәр ҡыҙы, Әбүбәкер мәктәбенән Сынбулатова Рәйлә Һибәтулла ҡыҙы, 1-се  Аҡъяр мәктәбенең уҡытыусылары Азаматова Мәрфүғә Хужаәхмәт ҡыҙы, Бохарбаева Әлфиә Сөләймән ҡыҙы, мәрхүмә Ибраһимова Рәсимә Камил ҡыҙы, Татыр-Үҙәк мәктәбенең уҡытыусылары Түлибаева Рәйфә Искәндәр ҡыҙы (шулай уҡ ике мәртәбә:  2012 һәм 2018 йылдарҙа), Назарова Гөлназ Әүәр ҡыҙы (2020 й.)  Был уҡытыусыларҙың һәр береһе икешәр-өсәр тиҫтә йыл балаларға башҡорт теленән белем биреп, йәш быуынды телһөйәр, илһөйәр итеп тәрбиәләүгә фиҙакәр хеҙмәт итә.

Бынан тыш, башҡорт теле буйынса Бөтә Рәсәй, төбәк-ара олимпиада һәм конкурстар еңеүселәренә Башҡортостан Башлығы премияһы ҡаралған.

 

 

 

Автор:
Читайте нас: