Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТ
27 Август , 14:12

Башҡортостандан биш проект Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яуланы

  

Калугала үткән «Бәләкәй ҡалаларҙы һәм тарихи ауылдарҙы үҫтереү» Бөтә Рәсәй форумы сиктәрендә IX Бөтә Рәсәй уңайлы ҡала мөхитен булдырыу проекттары конкурсында еңеүселәр билдәле булды. Рәсәй Төҙөлөш министрлығының федераль гранттарына республиканан биш проект лайыҡлы тип табылды.

🌳 Учалы ҡалаһы, «Урал батыр юлы». Проект концепцияһы нигеҙенә «Урал батыр» эпосы һалынған. Бында ваҡиғалар зонаһын яңыртыу, спорт майҙансыҡтарын тулыландырыу һәм балалар өсөн уйын майҙансығын тулыһынса үҙгәртеү көтөлә.

🌳 Салауат ҡалаһы, «Салауат: өн аралаш ете төш». Проект дөйөм концепция менән берләштерелгән биләмәләрҙе, ҡалалағы йәмәғәт киңлектәрен, торлаҡ райондар, мәҙәниәт һәм мәғариф объекттарын төҙөкләндереүҙе үҙ эсенә ала.

🌳 Нефтекама ҡалаһы, «Нефтекама: ваҡыт күсәре». Проекттың концепцияһы Ленин урамындағы аллеяны «ваҡыт күсәре» булараҡ интерпретациялай, унда ҡала үҫешенә бәйле барлыҡ темалар берләшәсәк.

🌳 Бәләбәй ҡалаһы, «Новаторҙар бульвары». Проект биләмәне тулыһынса үҙгәртеүҙе күҙ уңында тота. Уға ярашлы, бульвар һәм майҙан кеше тормошо һәм үҫеше метафораһын, шулай уҡ ҡаланың сәнәғәт тарихын һынландыра.

🌳 Благовещен ҡалаһы, «Воскресенск рәттәре». Проект тарихи ҡиммәттәр, визуаль образдар һаҡланған, халыҡтың ихтыяждары, шулай уҡ ҡаланың үҫеш йүнәлеше сағылдырылған уңайлы һәм заманса урам булдырыуҙы күҙ уңында тота.

📌 2019 йылдан Башҡортостандан конкурста ҡатнашыу өсөн 73 ғариза ебәрелгән, 34 проект еңеү яулаған. Республика конкурста еңеүсе проекттар һаны буйынса Рәсәй төбәктәре араһында Татарстан һәм Мәскәү өлкәһенән һуң 3-сө урынды биләй. Был проекттарҙы тормошҡа ашырыуға 4 миллиард һум йүнәлтелгән.

Автор:
Читайте нас: