Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТ
19 Июль , 12:14

Подъездар йәмле булһын

Башҡортостанда  подъездарҙы комплекслы ремонтлау программаһы ғәмәлдә

Подъездар йәмле булһын
Подъездар йәмле булһын

Подъезд—күп фатирлы йорттоң йөҙө. Әгәр унда таҙа, яҡты һәм йылы, ишектәр төҙөк икән, тимәк, был йортта барыһы ла тәртиптә. Йыл да Башҡортостанда бихисап подъездар яңыртыла, ә ремонт эштәре унда йәшәүселәрҙең контроле һәм тәҡдимдәренә ярашлы башҡарыла.

Радий Хәбиров, Башҡортостан Республикаһы Башлығы:

--Кешенең кәйефе тиҙ үҙгәрә. Мәҫәлән,  иртәнсәк тороп, бысраҡ подъездҡа сығаһың, ихатала тубыҡтан бысраҡ –әлбиттә,  кәйеф шунда уҡ боҙола.  Ә инде иртәнсәк  яҡтыртылған,  стеналарында сәскәләр һүрәте төшөрөлгән, уңайлы подъезд  көн оҙонона кәйефте күтәрә.  Бына ошондай уңайлы мөхит булдырырға кәрәк беҙгә.

Башҡортостанда Радий Хәбировтың инициативаһы менән 2019 йылдан подъездарҙы ремонтлау программаһы ғәмәлдә. Һуңғы 5 йылда республикала  3,5 млрд. һумға 8 меңдән ашыу подъезд ремонтланған. Дөйөм алғанда,  4 меңдән ашыу күп фатирлы йорттар тәртипкә килтерелгән. 2,7 меңдән ашыу лифт алмаштырылған. Был уҙған биш йыллыҡ кимәленән 2,5 тапҡырға күп. Ремонтҡа күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәр аҡса сығармай. Быйыл  ошо программаға 108 млн. һум йүнәлтелгән.

 Эштәрҙең барыһы ла күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәр менән осрашыуҙан башлана. Бергәләп  ремонт эщтәре составы һайлана, стеналарҙың төҫө, биҙәлеше һайлана. Һөҙөмтәлә подъездға ингән урын тәртипкә килтерелә, стена һәм түбә буяла, ағас тәҙрә блоктары пластик материалға алмаштырыла,  яңы ишек, энергия һаҡлаусы яҡтыртҡыстар, почта йәшниктәре ҡуйыла.  Программа сиктәрендә инвалидтар, балалар коляскаһы, ололар йөрөмәле итеп пандустар ҡуйыу ҙа ҡаралған.

Хәйбулла районында был йүнәлештә эштәр нисек? Был турала  муниципаль район хакимиәтенең  архитектура, төҙөлөш һәм йәшәйеште тәьмин итеү бүлеге начальнигы урынбаҫары Рөстәм Билалов мәғлүмәт еткерҙе.

--2019-2024 йылдарҙа республикала «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проектының «Күп ҡатлы йорттарҙа подъездарҙы комплекслы ремонтлау» төбәк программаһы бойомға ашырыла башланы. Был программа сиктәрендә Башҡортостан Республикаһы биләмәләрендә урынлашҡан күп ҡатлы йорттар төҙөкләндерелеп, граждандар өсөн уңайлы шарттар булдырыла. Хәйбулла районында 2019-2024 йылдарҙа  Аҡъяр, Бүребай,  Маҡан, Татыр-Үҙәк, Өфө ауылдарындағы  36 күп фатирлы йорттарҙа 79 подъезд ремонтланды. Подъездарға ингән урын,  баҫҡыстар ремонтланды.  Ағас тәҙрәләр пластикка алмаштырылды,  иҙәндәргә плитә түшәлде,  тимер баҫҡыс тотҡалары ремонтланды, штуктур-малярҙар эшләне.

Мәҫәлән, 2019 йылда  3 064 992,00 һум дөйөм суммаға Аҡъяр, Бүребай, Өфө ауылдарында 9 йортта 19 подъезд ремонтланды. 2020 йылда  Аҡъяр, Бүребай, Татыр-Үҙәк ауылдарында 5 йорттоң 10 подъезында  башҡарылған эштәр 2 192 569,22 һум тәшкил итте. 2022 йылда иһә Бүребай,  Аҡъяр, Маҡан, Өфө ауылдарында  масштаблы эштәр башҡарылды.  Барлығы 22 йортта 50 подъезд заманса төҫ алды (18 205 822,8 һум),--тине Рөстәм Билалов.

Аҡъяр ауылының Юбилей урамында 70-се йылдар башында төҙөлгән йорттар подъездары ла ремонтланды.  “Подъездар  ысын мәғәнәһендә “туҙған” ине. Ағас ишектәр  йүнләп ябылмай,  иҙәндә  плиткалар күптән урынынан ҡубып, стеналарҙа буяҡтар төшкәйне.  Ремонт барышында  тимер ишектәр ҡуйылды, иҙәндә  плиткалар алмаштырылды, стеналар буялды.  Подъезд йәмле, уңайлы төҫ алды.  Үҙебеҙ ҙә  подъезд тәҙрәләренә  сәскәләр ултырттыҡ. Таҙа итеп тоторға тырышабыҙ”,--тинеләр  Юбилей урамында йәшәүселәр.

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас: