Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТ
27 Июнь , 10:27

Артур Һаҡмар йылғаһы буйлап сәйәхәткә саҡыра!

Хәйбулла районында туристик хеҙмәттең яңы төрө барлыҡҡа килде

Артур Һаҡмар йылғаһы буйлап сәйәхәткә саҡыра!
Артур Һаҡмар йылғаһы буйлап сәйәхәткә саҡыра!

Хәйбулла районында Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты буйынса маҡсатлы эш алып барыла.  2023 йылда  муниципаль район хакимиәтендә үткән “Эшҡыуарлыҡ сәғәтендә” ҡатнашып һәм  дәүләт ярҙамы алып,  Аҡъяр ауылынан йәш эшҡыуар Артур Нафиҡов  районда туризмдың яңы төрөнә старт бирҙе. Ул  Һаҡмар йылғаһы буйлап кәмәләрҙә  ағып төшөүҙе ойошторҙо.

Әйткәндәй, Башҡортостан Башлығы  Радий Хәбиров  яңы эш башлаған  осорҙа республикала эске туризмды ойоштороуҙың тейешле кимәлдә булмауы тураһында әйткәйне. Ул был проблеманы кәрәкле инфраструктура булмауға бәйләгәйне. Һөҙөмтәлә Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса эске туризм менән шөғөлләнгәндәргә  гранттар һәм субсидиялар системаһы,  һалым льготалары һәм башҡа административ  мөмкинлектәр булдырыу ҡарары ҡабул ителде. Һөҙөмтәлә  республикала  туризмды үҫтереү өҫтөклөклө йүнәлеш тип һанала. Былтыр туристик инфраструктураны үҫтереүгә 1,5 млрд. һумға яҡын федераль аҡсалар йәлеп ителеүе лә был турала асыҡ һөйләй. Республика башлығы инвестиция сәғәтәтендә ошондай проекттарҙы шәхсән ҡарап, ярҙам саралары тураһында ҡарар ҡабул итә.

Ә районда  туризмды үҫтереү маҡсатында Артур Нафиҡов былтыр үҙ бизнесын асыуға  документтар тапшырып, социаль контракт нигеҙендә адреслы социаль  дәүләт ярҙамы менән файҙаланды. Был аҡсаға ул  биш ике урынлы уңайлы кәмәләр (байдарка) һатып алып, Һаҡмар йылғаһы буйлап туристик ағып төшөүҙе ойошторҙо.  

--10 йылдан ашыу дуҫтарым менән балыҡсылар кәмәһендә  Йәнтештән Бәләкәй Арыҫланғол һәм Әбеш ауылдарына тиклем Һаҡмар буйлап йөҙөп бара торғайныҡ. 2022 йылда Ҡазан ҡалаһында туристик клубҡа эшкә төшөп,  һыу туризмы инструкторына курста уҡыным. Ә Хәйбулла районында  туризмды үҫтереү пророграммаһы ғәмәлдә булыуын белгәс,  ошо йүнәлештә эшемде асырға йөрьәт иттем,--ти ул.

Әле Артур Нафиҡов үҙ ҡарамағындағы яңы кәмәләр менән  Һаҡмар йылғаһы буйлап ағып төшөү буйынса туристик программаһын тормошҡа ашырҙы. Йәнтеш-Аҡнаҙар маршруты буйынса туғыҙ километрҙан ашыу арауыҡты йылға буйлап бер нисә сәғәт эсендә ағып төшөргә мөмкин. Артур бынан алда һәр кемгә хәүефһеҙлек техникаһы буйынса инструктаж үткәрә, һәр туристҡа байдарка, ишкәктәр, ҡотҡарыу жилеттары бирелә. Ә унан һуң инде  туристарға бер нисә сәғәт дауамында  йылға буйлап йөҙгәндә  саф һауа, матур тәбиғәт ҡосағында  үҙенсәлекле ял итергә була.

 Иң мөһиме, бында балалар менән дә  килергә мөмкин. Хаҡтар ҡиммәт түгел.  Йәмле йәйҙә  яҡындарың менән  тыуған тәбиғәт матурлығына һоҡланып, ваҡытты файҙалы һәм ҡыҙыҡлы үткәреүгә нимә етә инде!

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас: