Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТ
21 Май , 15:43

Йәйге каникулда ҡайҙа ял итергә?

Хәйбулла районында балаларҙың ялын ойоштороуға әҙерлек бара

Йәйге каникулда  ҡайҙа ял итергә?
Йәйге каникулда ҡайҙа ял итергә?

Районда йыл да йәйге каникулдар осоронда  лагерҙар эшләй,  күп көнлөк походтар, экскурсиялар ойошторола, “Аҡсарлаҡ” балалар-һауыҡтырыу лагеры эшләй.

Июнь айында райондың 14 мәктәбе базаһында  көндөҙгө лагерҙар үҙ ишектәртен асып, унда 900 бала ял итәсәк. Республика бюджетынан 7 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән.  21 көн дауамында балалар ике тапҡыр ашатыла. Бынан тыш, уларға  мәҙәни-ял саралары һәм ҡыҙыҡлы  ял программалары төҙөлгән.

14 һәм унан өлкәнерәк уҡыусылар 10 көнлөк  йәйге хеҙмәт берекмәләрендә ваҡытлыса эшкә урынлашып, ялды файҙалы үткәрә ала. Быға 400 мең һумдан ашыу аҡса бүленгән. Был эшкә 322 уҡыусыны йәлеп итеү планлаштырыла.

“Аҡсарлаҡ” лагерында уҡыусылар 21 көндән торған өс сменала ял итәсәк.  Путевка хаҡы –24 990 һум, уның 17 493 һумы республика бюджетынан ҡаплана. Ата-әсәләргә  ни бары 7 497 һумды түләргә генә ҡала.  

Ауыр тормош хәлендә ҡалған балаларға республика бюджетынан өс миллион һумдан ашыу бүленә. Алдағы йылдарҙағы кеүек,  етем балаларға, ата-әсә ҡарамағынан мәхрүм ҡалғандарға бушлай путевка бирелә. “Аҡсарлаҡ” балалар һауыҡтырыу лагерына юлланма алыу өсөн  балаларҙың законлы вәкилдәре  район хакимиәтенең опека, попечителлек һәм балалыҡ хоҡуғын яҡлау бүлегенә, ә  күп балалы һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр  район мәғариф идаралығына мөрәжәғәт итә.  Ҡалған ата-әсәләр  “Башҡортостанда  балалар һәм үҫмерҙәр иҫәбе” ГИС порталы аша ғариза тапшыра.

Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе һәм Балалар ижады йорто  тарафынан ойоштороласаҡ күп көнлөк походтарға 700 бала барырға йыйына. Йәнтеш ауылы янында  өс көн тәбиғәт ҡосағында ял итәсәк улар. Бының өсөн муниципаль бюджеттан 500  меңдән ашыу аҡса бүленгән, путевка хаҡы 802,5 һум тәшкил итәсәк.

Алты профилле лагерь уҡыусыларҙы көтә. Бүребай ауылы мәктәбе базаһында “Шик”, Татыр-Үҙәк мәктәбендә “Йәйләү”, 2-се Аҡъяр мәктәбендә “Техностарт” лагерҙары эшләй. Бынан тыш, “Аҡсарлаҡ” лагерында –“Патриот”, “Спорт геройҙары” һәм “Зарница-йәш спецназсы”. Сменалар 10 юндән старт ала һәм ике аҙна дауам итә.

Һауыҡтырыу кампанияһына әҙерлек барышында  янғын хәүефһеҙлеге һәм  терроризмға ҡаршы тикшереүҙәр, гигиена һәм эпидемиология үҙәге белгестәре тарафынан тикшереүҙәр ойошторола.

Район мәғариф идаралығының йәйге һауыҡтырыу кампанияһы буйынса муниципаль координаторы  Альбина Теләүғолова белдереүенсә, быйыл мөмкинлектәре сикләнгән балаларға һәм СВО-ла ҡатнашыусыларҙың балаларына айырым иғтибар бүленә. Һуңғылары быйыл яҙғы каникулда республика балалар һауыҡтырыу ҡышҡы лагерҙарында ял итте. Йәйгеһен дә  уларҙы ялға ебәреү планлаштырыла.  Бының өсөн Өфөлә “Чайка”, Күмертау ҡалаһында “Зеленые дубки”, Мәләүездә “Дружба”  лагерҙарына, Стәрлетамаҡта “Радуга” шифиханаһында ял итеү өсөн республика бюджетынан  аҡса бүленә.

Автор: Зилә Акъюлова

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас: