Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТ
13 Май , 10:21

Туған телдә һөйләшеү модалы булырға тейеш

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереүҙә Башҡортостан Хөкүмәте тарафынан  ҙур проекттар тормошҡа ашырыла

Туған телдә һөйләшеү модалы булырға тейеш
Туған телдә һөйләшеү модалы булырға тейеш

Башҡортостанда йәшәүселәрҙең күпселеге туған телде өйрәнеү һәм белеү өсөн үҙ-ара  әсә телендә аралашыу кәрәклегенә баҫым яһай. Халыҡтың 40 проценты туған телдәге саралар һанын арттырыу яҡлы. Һәр өсөнсө кеше  төрлө контентты туған телгә сифатлы тәржемәләү кәрәклеген билдәләй. Һәр дүртенсе граждан туған телде  үҫтереү һәм һаҡлау өсөн  заманса ҡушымталар эшләү һәм һанлаштырыуҙы тәҡдим итә.

Ҙур проекттар тормошҡа ашырыла

2023 йылда  башҡорт теле буйынса беренсе онлайн-олимпиада үткәрелде. Ҡатнашыусылар һаны ла ҡеүәтле.  Рәсәй төбәктәренән һәм 23 илдән 27 614 кеше! 2019 йылдан башҡорт телен яңы өйрәнә башлаусылар өсөн күрше төбәктәрҙән дә ҡушылып, онлайн курс үткәрелә.  Дәүләт хеҙмәткәрҙәре өсөн “Эшлекле башҡорт теле” курсы бар. 2020 йылдан  квартал һайын “Башҡорт теле: яңы ҡараш” сараһы уүғарылып, уның сиктәрендә башҡорт телен популярлаштырыу буйынса 100-ҙән ашыу проект презентацияланды. 2021-2022 йылдарҙа республика буйынса башҡорт блогерҙары өсөн “Республика” блог-тур проекты тормошҡа ашырылды. 2022 йылда Рәми Ғариповтың юбилей датаһына ҡарата “Мин Рәми” төбәк-ара шиғриәт бәйгеһендә 800-ҙән ашыу кеше ҡатнашты.

Уҡыу әсбаптары, методик ярҙам

“Эшлекле башҡорт теле”  (тиражы 3000 дана), “Башҡорт теле: яңы ҡараш 2.0” (тиражы 3000) уҡыу әсбаптары нәшер ителде. Уларға уҡыу мобиль ҡушымталары эшләнде (https://app.bashkorttele.ru/)  һәм өйрәнелгән материалды нығытыу өсөн 10 видеоматериал төшөрөлдө. Мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары өсөн “Әкиәттә ҡунаҡта” уҡыу-дидактик материал (тиражы 1000 дана), “Рәсәй төбәктәрендә туған (башҡорт) теле” уҡыу пособиеһы (1500 дана) донъя күрҙе. Был китаптар республикала ғына түгел, Силәбе, Свердлов, Ҡурған өлкәләрендә, Пермь крайында, Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларында һатылып, 8500 кеше файҙаланды.

Башҡорт телен һанлаштырыла

2020 йылда  туған телде дистанцион өйрәнеү өсөн “Тыуған тел донъяһы” мәғариф платформаһы төҙөлдө (https://bash-mir.ru/), видеороликтар төшөрөлдө,  телевизион проект тормошҡа ашырылды. “Россия-Башҡортостан” радиоһында “Минута Башкирского”  проекты старт алды.  Һәр проектта  платформаларҙы 4-5 млн. кеше ҡарауы был проекттарҙың популярлығы тураһында һөйләй. Бынан тыш, башҡортсанан руссаға, руссанан башҡортсаға онлайн-тәржемә камиллаштырыла https://bashkortsoft.ru/. 2021 йылдан “Интерактив башҡортса” электрон веб-ресурсы, башҡорт телен өйрәнеү өсөн 14 берәмек мобиль ҡушымталар, популяр видеороликтар эшләнде. Уларҙы ҡараусылар һаны 5 млн. барып етте. Рус һәм башҡорт телдәрендә https://ramigaripov.ru/ сайты булдырылды, уникаль ҡараусылар һаны 540 меңдән ашыу. Хәҙер инде башҡорт телендә һөйләшеүсе “Һомай” аҡыллы колонка булдырыла.

Аҡъярҙа полилингваль мәктәп—тәрән белем

2019 йылда башҡорт теле һәм әҙәбиәте  уҡытыусыларының I Бөтә Рәсәй съезы, 2020 йылда беренсе Бөтә төбәк форумы,  2023 йылда  полилингваль белем биреү буйынса беренсе Халыҡ-ара форум үтте. Ошо саралар һөҙөмтәләре буйынса, республикала 8 полилигваль мәктәп асылды. Былтыр Аҡъярҙа ла  тәрән белем биргән 3-сө полилингваль мәктәп үҙ ишектәрен асты.

 Туған телде һаҡлау йүнәлештәре

Башҡортостанда башҡорт телен, мәҙәниәтен, халыҡ ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә  айырым иғтибар бүленә. Мәҫәлән, “Башҡортостан Республикаһында  дәүләт телдәрен  һаҡлау һәм үҫтереү” буйынса айырым дәүләт программаһы  ҡабул ителгән (дөйөм финанслау 3 520 621,0 һум тәшкил итә). 2019 йылдан алып 2023 йылға тиклем  белем биреү учреждениеларында  133 кабинет интерәүҙем таҡталар, проектарҙар, ноутбуктар һәм күп функциялы ҡарамалдар менән йыһазландырылған. 2019 йылдан алып Рәсәй төбәктәре белем биреү ойошмаларына  башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса 30 905 дана уҡыу һәм уҡыу-методик әсбаптар  йүнәлтелгән. Башҡортостан Республикаһы мәғарифты үҫтереү институты базаһында  квалификацияны күтәреү курстары, туған тел уҡытыусылары, шул иҫәптән Рәсәй субъекттарынан башҡорт теле һәм әҙәбиәте педагогтары өсөн ҡайтанан һөнәри әҙерлек курстары эшләй. Йыл һайын төрлө ғилми-практик конференциялар, форумдар, башҡорт теле мәсьәләләре буйынса   семинарҙар үткәрелә, профилле сменалар индерелгән.

2019 йылдан полилингваль мәктәптәрҙә педагогтарға ярҙам маҡсатында,  үҙ фәндәрен билингваль һәм полилингваль нигеҙҙә алып барған уҡытыусыларға эш хаҡына 15% кимәлендә өҫтәмә түләм билдәләнде. Бынан тыш, балалар баҡсаһында туған телгә өйрәтеү төркөмдәрендә эшләгән тәрбиәселәр һәм педагогтарға ла  эш хаҡы 15% күтәрелде. Ә инде 2024 йылда республиканың барлыҡ полилингваль мәктәптәре хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡына 20% кимәлендә өҫтәлмә индерелә.

Конкурстар, ҡаҙаныштар...

2022 йылда “Туған телдә уҡытҡан мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының йыл уҡытыусыһы” һөнәри оҫталыҡ конкурсы булдырылды, 2023 йылдан  башҡорт телендә уҡытҡан мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы педагогтары  араһында үткән һөнәри бәйге еңеүселәренә һәм лауреаттарына республика башлығы премияһы тапшырыла. Үткән йылдан башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән белем биргән иң яҡшы уҡытыусыларға бирелгән  Башҡортостан хөкүмәте премиялар һаны 50-нән 100  тиклем арттырылды. 50 мең һум күләмендәге аҡсаға дәғүә итеүселәр иҫәбенә  туған тел һәм әҙәбиәт, шулай уҡ республиканың полилингваль мәктәптәре уҡтыусылары индерелде. 

Башҡорт теле—әсәм теле

Башҡортостан Башлығы указы менән 14 декабрь Башҡорт теле көнө тип иғлан ителде. 2019 йылдан алып ошо көндө төрлө конкурстар, флешмобтар, акциялар ойошторола, Өфөлә республика етәксеһе Радий Хәбиров ҡатнашлығында М.Аҡмулла һәйкәленә сәскәләр һалыу тантанаһы үтә,   ҡала һәм райондар башлыҡтары менән берлектә мәғариф һәм мәҙәниәт өлкәһенә ҡағылышлы саралар үтә.

Башҡортостан Башлығы гранты

2019 йылдан Башҡортостанда дәүләт телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү маҡсатында республика етәксеһе гранты билдәләнде. Йыл һайын финанслау күләме 50 млн. һум тәшкил итә. Был һәр кем өсөн ҡыҙыҡлы проекттарҙы тормошҡа ашырыу мөмкинлеген бирә. Мәҫәлән,  БР Башлығы грантына  Р.Ғарипов исемендәге  башҡорт республика гимназия-интернатында Рәсәй төбәктәрендә башҡорт телен өйрәнергә теләүселәргә мәғлңмәти, ғилми-методик, консультация ярҙамы күрһәтеү маҡсатында үҙәк асылды. 2021 йылда “Башҡорт теле-башҡорт иле” проекты тормошҡа ашырылып, Рәсәйҙең 7 төбәгендә башҡорт телен, мәҙәниәтен, тарихын өйрәнеү буйынса йәкшәмбе мәктәптәре асылды.  Бынан тыш, полилингваль мәктәптәр педагогтарына грант ярҙамы күрһәтеүгә конкурс сиктәрендә, 2 760 000 һумлыҡ дөйөм суммаға 48 сертификат тапшырылды. Былтыр  башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү маҡсатында  физик шәхестәр өсөн тәүге  конкурс ойошторолоп, 10 эш 900 000 һумлыҡ ярҙам алды.  2023 йылда М.Аҡмулла исемендәге БДПУ-ла  айырым магистр программаһы нигеҙендә  бөгөнгө көндә 1-се курсҡа 16 студент алынған. 2021 йылдан башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса олимпиадалар Рәсәй мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған  олимпиадалар һәм конкурстар  исемлегенә индерелеүгә бәйле,  төбәк-ара олимпиада лауреаттары һәм еңеүселәренә республика территорияһындағы юғары уҡыу йорттарына ингәндә өҫтәмә балдар иҫәпләнә.

 

Минең фекер:

Миңзифа Ишемғолова, район мәҙәниәт йортоноң халыҡ ижады буйынса методисы,  Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы:

–Хәҙер ошондай заманаларға килеп терәлдек: бөгөн урамда балалар башҡортса «Һаумыһығыҙ» тиһәләр ҙә ныҡ ҡыуанабыҙ, ә был бит ғәҙәти күренеш булырға тейеш. Бөгөн туған телебеҙҙе һаҡлау, яҡлау һәм киләһе быуындарға тапшырыу иң мөһим мәсьәләләрҙең береһе булып тора. Район мәҙәниәт идаралығы ла был юҫыҡта үҙ өлөшөн индерергә тырыша. Балалар өсөн йәш сәсәндәр, ҡурайсылар һәм башҡа бәйгеләр даими уҙғарыла. Район мәҙәниәт йорто ҡарамағындағы «Ҡош юлы» халыҡ фольклор ансамбле бихисап мәҙәни сараларҙа ҡатнашып, тик башҡорт телендә генә сығыш яһай. Йыш ҡына ансамблдең вәкилдәрен, шулай уҡ «Ағинәйҙәр» ойошмаһы ағзаларын Аҡъяр ауылының мәктәптәрендә, «Йәйғор» һәм «Бәпембә» балалар баҡсаларында уҙған байрамдарға саҡыралар, үҙебеҙ ҙә барып халҡыбыҙҙың йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре менән таныштырабыҙ, «Алтын тирмә» уйынын да үткәрәбеҙ. Дөйөм алғанда, мәғариф учреждениелары менән даими бәйләнеш булдырып, улар менән тығыҙ эшләргә тырышабыҙ. Миҫалға 1-се Аҡъяр мәктәбе уҡытыусыһы Гөлшат Ишбулатованың класын килтерергә теләйем, сөнки уның уҡыусылары тәнәфестә лә үҙ-ара башҡортса аралаша. Ә туған телебеҙҙә көн дә аралашыу балаларға ҙур тәрбиә бирә. Ғөмүмән, башҡорт телен өйрәнеүгә һәм өйрәтеүгә ҡарашты тамырҙан үҙгәртергә кәрәк һәм был үҙгәрештәр үҙебеҙҙән башланырға тейеш. Был мөһим мәсьәләне балалар баҡсаһына, мәктәптең иңенә генә һалырға ярамай. Ата-әсә, өләсәй-ҡартатай булараҡ балалар менән бәләкәйҙән туған телдә һөйләшергә, халҡыбыҙҙың бай мәҙәниәте менән таныштырып үҫтереү һәр ваҡыт көнүҙәк булып ҡала. Үҙебеҙ ҙә бар булмышыбыҙ менән башҡорт булып, бер кемдән дә оялмай, милләттәштәребеҙ менән саф башҡортса ғына аралашайыҡ.

 Әлфиә Бохарбаева, Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы, мәғариф хеҙмәте ветераны:

–Башҡорт телен уҡытыуҙың элекке һәм хәҙерге торошон сағыштырырлыҡ түгелдер тигән фекерҙәмен. Элек урыҫ телен өйрәтеү ауырлыҡтар тыуҙырһа, бөгөн, киреһенсә, башҡортса уҡытыу проблемалы мәсьәләгә әйләнде. Эйе, хәҙер әсә теленән белем биргән уҡытыусыларға ярҙамға төрлө методик әсбап-ҡулланмалар, заманса һанлы технологиялар бар. Шул уҡ ваҡытта күп кенә башҡорт балалары үҙ туған теленә сит тел кеүек ҡарай, сөнки ата-әсәләре улар менән башҡортса һөйләшмәй. Шуға күрә уҡытыу барышында башта бәлки йәнле һөйләш алымына таянырға мөмкиндер. Уҡыусылар менән диалогтарҙы ябай, еңел, һәр кем өсөн аңлайышлы итеп төҙөргә була. Тел өйрәнеү – ҙур хеҙмәт, ул тырышлыҡ та, ныҡышмалылыҡ та талап итә. Әлбиттә, тәү сиратта ғаиләлә туған телдә аралашыу мөхите булдырыу бик мөһим.

Гөлсинә Тауылбаева, Бүребай ауылы, 4 бала әсәһе:

–Беҙ, башҡорт халҡы, асылыбыҙҙы, тамырыбыҙҙы юғалтырға тейеш түгелбеҙ. Үҙ теленә һөйөү, хөрмәт, иң беренсе ғаиләлә тәрбиәләнә. Беҙҙең ғаиләлә 4 бала үҫә. Ҡыҙыбыҙ Әминә балалар баҡсаһында башҡорт  төркөмөнә йөрөй. Баҡсала урыҫ телле балалар менән аралашһа ла, өйҙә ағайҙары, беҙҙең менән тик башҡортса һөйләшә. Үҙебеҙ ҙә шуны талап итәбеҙ. Шуға күрә башҡорт телендә шиғыр, әкиәттәр тыңларға ла, һөйләргә лә оҫта.

Исмәғил улым мәктәптә урыҫ  телле класҡа эләкте, ә өйҙә саф  туған телендә һөйләшә. Ул кесе йәштән, әле 4 йәшендә үк "Урал батыр" эпосының 200 юлын яттан һөйләп, Гран при яулағайны. Әле лә башҡорт телендә шиғыр, әкиәттәр һөйләргә ярата.

Беҙҙең ғаиләбеҙ рухлы тип әйтә алам. Тамырҙарыбыҙҙы беләбеҙ. Өләсәй һәм ҡартатай яғынан да шәжәрә төҙөгәнбеҙ. Ете быуыныңды белеү кәрәк. Ошо турала яйлап балаларыма ла аңлатам. Был да үҙ тамырыңды белеү өсөн көслө генә сара ғаилә тәрбиәһендә.Үҙ телеңә, әсә теленә һөйөү, үҙ телеңә хөрмәт, әлбиттә, иң беренсе ғаиләлә тамырлана.

 

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас: