Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТ
3 Май , 12:03

Өфө ауылында яңы амбулатория төҙөләсәк!

Был турала  район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов хәбәр итте

Өфө ауылында  яңы амбулатория төҙөләсәк!
Өфө ауылында яңы амбулатория төҙөләсәк!

Өфө ауылында тиҙҙән  ауыл табип амбулаторияһы төҙөләсәк.

--Өфө ауыл биләмәһендә  ҡайһы бер объекттарҙы ҡараныҡ, халыҡ менән осраштыҡ.  Өфө ауылында икенсе йыл рәттән “Башҡорт алтыны” предприятиеһының финанс ярҙамы менән ауыл мәҙәниәт йорто ремонтлана. Ул эш быйыл да дауам ителеп,  бинаға тулы капиталь ремонт эшләйәсәкбеҙ.

Өфө ауылында йәшәүселәр өсөн тағы ла бер яҡшы яңылыҡ бар. Бында милли проект сиктәрендә табип ауыл амбулаторияһы төҙөләсәк (фотола өлгөһө күрһәтелгән). Буласаҡ медицина учреждениеһы өсөн тәғәйенләнгән ер участкаһын ҡараныҡ. Төҙөлөш бригадаһы тиҙҙән эшкә тотона.

Бынан тыш, “Башҡорт баҡыры” предприятиеһы ярҙамы менән эшләнгән Әлибай ауылы мәктәбендәге капиталь ремонт обьектын ҡараныҡ. Рафиҡ ауылы халҡы менән осраштыҡ. Уларҙы  юл һәм ваҡытлыса күпер торошо борсой. Уларҙы яҡын арала тәртипкә килтерербеҙ.

Дөйөм алғанда, осрашыуҙар маҡсатлы үтте. Билдәләнгән эштәрҙе йыл дауамында уңышлы тамамларбыҙ тип ышанам,--ти яҙҙы  Бәйләнештә социаль төркөмөндәге сәхифәһендә Рөстәм Динислам улы.

 

https://vk.com/district_haibulla

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас: