Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТ
5 Март , 19:03

15-17 мартта республикала биләмәләрҙе төҙөкләндереү өсөн тауыш биреү ойошторола

   

15-17 мартта республикала биләмәләрҙе төҙөкләндереү өсөн тауыш биреү ойошторола
15-17 мартта республикала биләмәләрҙе төҙөкләндереү өсөн тауыш биреү ойошторола

15-17 мартта Башҡортостанда 2025 йылда төҙөкләндереү өсөн йәмәғәт биләмәләрен һайлап алыу буйынса тауыш биреү ойошторола. Республика муниципалитеттары 216 йәмәғәт киңлеген һайларға тәҡдим иткән. Иң күп тауыш йыйған 120 территория төҙөкләндерелә.

Был эш ил Президенты тәҡдиме менән башланған «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проектының «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» федераль проекты сиктәрендә башҡарыла.

Башинформ хәбәр иткәнсә, быйыл Башҡортостанда «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проектының «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» федераль проекты сиктәрендә 1 миллиард 174 миллион һумға 123 йәмәғәт биләмәһен төҙөкләндереү планлаштырыла. Проекттарҙың 67-һе – ҡалаларҙа, 56-һы ауылдарҙа бойомға ашырыласаҡ. 

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: