Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТ
3 Март , 10:12

Башҡортостандың тағы 116 ауылында йәшәүселәр сифатлы мобиль интернет менән ҡуллана

Улар араһында Хәйбулла районы ауылдары ла бар

Башҡортостандың тағы 116 ауылында йәшәүселәр сифатлы мобиль интернет менән ҡуллана
Башҡортостандың тағы 116 ауылында йәшәүселәр сифатлы мобиль интернет менән ҡуллана

Башҡортостандың 116 ауылына 4G сифатлы мобиль интернет килде, тип хәбәр итә республика хөкүмәте. Билдәле булыуынса, әлеге ваҡытта республиканың 39 районы, шул иҫәптән Яңауыл һәм Тәтешле райондарының төньяғы, Ейәнсура һәм Хәйбулла райондарының көньяғында йәшәүселәр заманса һанлы сервистар менән файҙалана.

«Бөгөн Башҡортостандың 35 мең ауыл кешеһе тиҙлекле мобиль интернет һәм сифатлы тауыш элемтәһе менән файҙаланыу мөмкинлегенә эйә булды. Бындай интернет ситтән тороп эшләргә, белем биреү платформаларында курстар үтергә, яҡындарың менән видеоэлемтә аша аралашырға, дәүләт хеҙмәттәрен алырға мөмкинлек бирә», — тине республика дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин.

 

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: