Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТ
8 Февраль , 20:07

Эшле булыу—йәш белгестәрҙе уйландырған тема

Был йәһәттән Хәйбулла районының үҙ өҫтөнлөктәре бар. Был турала тулыраҡ һылтанма аша инеп уҡығыҙ

Эшле булыу—йәш белгестәрҙе уйландырған тема
Эшле булыу—йәш белгестәрҙе уйландырған тема

Муниципаль район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов был турала  Бәйләнештә төркөмөндәге үҙ сәхифәһендә яҙҙы.

“Эшкә урынлашыу мәсьәләһе йәш белгестәрҙе  уйландырған тема. Был йәһәттән хәйбуллаларҙың үҙ өҫтөнлөгө бар—районда  заманса белем биргән тау колледжы һәм иң яҡшы тау предприятиелары бар. Иң мөһиме, сәнәғәт предприятиелары һәр ваҡыт йәш белгестәрҙе көтә.

Бөгөн ошо предприятиелар етәкселәре менән берлектә студенттарҙың уҡыу шарттарын ҡараныҡ. Ә таусылар, үҙ сиратында,  буласаҡ тау сәнәғәте белгестәренә предприятиеларҙа уларҙы ниндәй эш шарттары көтөүе тураһында һөйләне. И.Тасимов исемендәге Аҡъяр тау колледжы инициативаһы менән ойошторолған был осрашыу бик һөҙөмтәле булды. Дөйөм алғанда, “тау предприятиелары-колледж-студент” социаль партнерлығы беҙҙең районда әүҙем тормошҡа ашырыла. Шуға күрә,  белем биреү учреждениеһы һәм профессиональ кадрҙарға ихтияжы булған предприятиелар араһындағы эшлекле мөнәсәбәттәр артабан да әүҙем үҫеш алыр, тип ышанам,--тип яҙҙы үҙ сәхифәһендә Рөстәм Динислам улы.

https://vk.com/id516529973

Рустам Шарипов

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас: