Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТ
17 Ғинуар , 22:48

3-сө Аҡъяр мәктәбе заманса технологиялар менән йыһазландырыла

Һанлы микроскоп, интерактив плакаттар,  “Автобот” тренажерҙары, киң форматлы лазер һәм төҫлө принтерҙар, һанлы фотоаппараттар, радиосистема һәм башҡалар –уҡыусылар өсөн!

3-сө Аҡъяр мәктәбе заманса технологиялар менән йыһазландырыла
3-сө Аҡъяр мәктәбе заманса технологиялар менән йыһазландырыла

3-сө Аҡъяр полилингваль  мәктәбен заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыу дауам итә.

Әле биология, химия, инглиз теле, һынлы сәнғәт,  МХК һәм ОБЖ кабинеттары өсөн уҡыу-күргәҙмә материалдар һәм  ҡорамалдар килде. Бына улар:  һанлы микроскоптар, интерактив плакаттар,  уҡыу һәм пневматик ҡорал,  интерактив тир, гипс фигуралары, интерактив комплекс—“Автобот” юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен өйрәнеү тренажерҙары һәм башҡалар. Яңы һанлы фотоаппараттар, радиосистема, микрофондар һәм декодерҙар “Асыш” мәктәп телевидениеһы өсөн яңы мөмкинлектәр аса. Киң форматлы лазер һәм төҫлө принтерҙар  плакаттар һәм гәзиттәр баҫыу мөмкинлеген бирһә, термоклей машинаһы ярҙамында китаптар сығарырға була.

Школа № 3 села Акъяр

https://vk.com/club220114723

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас: