Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТ
29 Декабрь 2023, 14:45

Татыр-Үҙәктән Дилә Исҡужинаның инвестиция проекты ҡаралды

Район хакимиәтендә быйылғы йылда һуңғы  “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” үтте

Татыр-Үҙәктән Дилә Исҡужинаның инвестиция проекты ҡаралды
Татыр-Үҙәктән Дилә Исҡужинаның инвестиция проекты ҡаралды

Район хакимиәтендә үткән сираттағы “Эшҡыуарлыҡ сәғәтен”дә Татыр-Үҙәктән Диля Исҡужинаның инвестиция проекты ҡаралды.

Дилә  ателье асып, хәрби атрибутика тегеү буйынса эшен үҫтерергә теләй. Әле ул  АСПК программаһы буйынса финанс ярҙам алыуға конкурста ҡатнашыуға документтар тапшырған. Артабан алынған субсидияға кәрәкле ҡорамалдар алыу планлаштырыла.  Үҙ проектын тормошҡа ашырыу өсөн Дилә Исҡужина Аҡъярҙа бер бинаны ҡуртымға алырға ниәтләй. Әңгәмә барышында  комиссия тарафынан  сығымдарҙың бер өлөшөн ябыуға муниципаль программа сиктәрендә финанс ярҙам алыу тураһында аңлатма бирелде.

Был “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”  үтеп барған йылда һуңғыһы булды. Ағымдағы йылда ошо ултырыштарҙа 85,5 млн. һумдан ашыу суммаға 55 проект ҡаралды. Район территорияһында үҙ эшен асырға теләүселәр 2024 йылда да район хакимиәтенә мөрәжәғәт итә ала.

 
 

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас: