МИЛЛИ ПРОЕКТ
25 Декабрь 2023, 16:38

Инде рәхәтләнеп телефондан һөйләшә, интернет селтәрен файҙалана алалар

Райондың 8 ауылында кәрәҙле элемтә барлыҡҡа килде

Инде рәхәтләнеп телефондан һөйләшә, интернет селтәрен файҙалана алаларИнде рәхәтләнеп телефондан һөйләшә, интернет селтәрен файҙалана алалар
Инде рәхәтләнеп телефондан һөйләшә, интернет селтәрен файҙалана алалар

“Һанлы тигеҙһеҙлекте бөтөрөү” федераль программаһы һәм граждандарҙың әүҙем тауыш биреүе һөҙөмтәһендә, райондың 8 ауылында, йәғни  1-се Мырҙа, Ҙур Әбеш, Быҙаулыҡ, Иләс, Савельевка, Аҡташ, Мәмбәт һәм Ғәлиәхмәт ауылдарында кәрәҙле бәйләнеш булдырылды.

Урындағы халыҡ МТС һәм ТЕЛЕ-2 аша телефон һәм мобиль интернет менән тулыһынса файҙалана ала. 2024 йылда ла республика буйынса ошо программа сиктәрендә 50 ауыл кәрәҙле элемтә менән тәьмин ителәсәк. Уларҙың 6-һы Хәйбулла районы тораҡ пункттары. Улар тауыш биреү барышында иң күп тауыш йыйыуға өлгәшкән Михайловка, Бәләкәй Арыҫланғол, Баҡал, Әбделнасир, Первомайский       һәм Сәғит ауылдары.

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас