Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТ
30 Ноябрь 2023, 11:12

Район йәштәре өсөн тематик йүнәлешле файҙалы программа ойошторолдо

Сараны йәштәр сәйәсәте буйынса Башҡортостандың Дәүләт комитеты ярҙамы менән йәш яҡташтар ассоциацияһы ойошторҙо

Район йәштәре өсөн тематик йүнәлешле файҙалы программа ойошторолдо
Район йәштәре өсөн тематик йүнәлешле файҙалы программа ойошторолдо

“Йәштәр өсөн төбәк” йәштәр сәйәсәтен комплекслы үҫтереү федераль программаһы сиктәрендә, Урал аръяғы муниципаль берәмектәрендә “Атайсал—минең бәләкәй ватаным” йәштәр форумы үтә.

Сараны йәштәр сәйәсәте буйынса Башҡортостандың Дәүләт комитеты ярҙамы менән йәш яҡташтар ассоциацияһы ойошторҙо. 3-сө Аҡъяр мәктәбендә район йәштәре өсөн тематик файҙалы программа ойошторолдо. Шулай уҡ 2024 йылда  йәштәр проекттарына финанс ярҙам күрһәтеү мөмкинлеге менән “Бәләкәй ватан өсөн ҙур эштәр” конкурс презентацияһы үтте. Әһәмиәтле осрашыуҙа Башҡортостан Республикаһы йәштәр яҡташлығы рәйесе Айбулат Йәмилев, етенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Артур Ғәлиев, “Башҡорт КВН-ы асыҡ лигаһы” рәйесе урынбаҫары Илһам Ишкинин ҡатнашты.

Администрация Хайбуллинского района

 

 

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас: