Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТ
28 Сентябрь 2023, 18:55

«Эшҡыуарлыҡ сәғәте»ндә - яңы проект

Был юлы агротуризмды үҫтерергә йүнәлтелгән проект тәҡдим ителде

«Эшҡыуарлыҡ сәғәте»ндә - яңы проект
«Эшҡыуарлыҡ сәғәте»ндә - яңы проект

Район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов ҡатнашлығында «Эшҡыуарлыҡ сәғәте» форматындағы сираттағы ултырышта яңы инвестиция проекты ҡаралды.

Азамат Бохарбаев сираттағы «Эшҡыуарлыҡ сәғәте»ндә ҡатнашты. Азамат Ғәли улы Аҡъяр ауылында йәшәй, умартасылыҡ менән шөғөлләнә (бал һәм башҡа умартасылыҡ продукттарын етештереү һәм һатыу). Уның умарталығы Йәнтеш ауылы янында урынлашҡан. Азамат Бохарбаев хужалығын киңәйтергә һәм үҙ территорияһында агротуризмды үҫтереү менән шөғөлләнергә ниәтләй. Бының өсөн ул бал ҡорттары менән дауалай торған апийорт, шулай уҡ ҡунаҡтар саф һауанан һәм тәбиғәттең хозур күренештәренән ләззәт ала алырлыҡ өҫтәл менән беседка һатып ала.

Азамат Ғәли улы үҙенең проектын үҫтереү өсөн «2022-2027 йылдарға Башҡортостан Республикаһының Хәйбулла районында эске һәм ситтән килеү туризмын үҫтереү» муниципаль программаһы сиктәрендә дәүләт финанс ярҙамына (сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплауға) документтар тапшырҙы. Уның планында туристарҙы йәлеп итеү генә түгел, ә тәьмин итеүсе инфраструктура булдырыу, территорияны төҙөкләндереү һәм тәбиғәттә ял итеү өсөн шарттар булдырыу.
Проектты үҫтереү сиктәрендә ҡортсолоҡ буйынса оҫталыҡ дәрестәре, умарталыҡ буйлап экскурсиялар үткәрергә, шулай уҡ туристик маршруттар ойошторорға йыйына. Уның инициативаһы туристарҙы йәлеп итеүҙән тыш, умартасылыҡ традицияларын һаҡлап ҡалырға, ауыл туризмын үҫтерергә һәм беҙҙең районда инфраструктураны яҡшыртырға ярҙам итер, тип ышана ул.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, әгәр һеҙ үҙ проектығыҙҙы Хәйбулла районы биләмәһендә бойомға ашырырға йәки ғәмәлдәгеһен киңәйтергә теләһәгеҙ – «Эшҡыуарлыҡ сәғәте»ндә ҡатнашыуға ғариза ҡалдырығыҙ. Аҙна һайын уҙғарылған «Эшҡыуарлыҡ сәғәте»ндә ҡатнашыуға ғаризаны Башҡортостан Республикаһының Инвестиция порталында түбәндәге һылтанма буйынса ҡалдырырға мөмкин: https://investrb.ru/ru/business/business_support/business/  йәки алдан түбәндәге телефондар буйынса яҙылырға:(34758) 2-12-35, 2-18-99, 8-937-320-30-40.

«2019-2024 йылдарға Башҡортостан Республикаһы Хәйбулла районы муниципаль районында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм уға ярҙам итеү» муниципаль программаһы сиктәрендә финанс ярҙамы алыу өсөн конкурсҡа документтар ҡабул итеү дауам итә. Тулыраҡ мәғлүмәтте хакимиәттең рәсми сайтында  һәм телефондар буйынса белергә мөмкин: (34758) 2-18-99, 2-12-35.

Был сараларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы булдырылған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") милли проектына ярашлы атҡарыла.

 

 

«Эшҡыуарлыҡ сәғәте»ндә - яңы проект
«Эшҡыуарлыҡ сәғәте»ндә - яңы проект
«Эшҡыуарлыҡ сәғәте»ндә - яңы проект
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: