Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТ
21 Сентябрь 2023, 22:30

Тырыштар йүнен таба

Район хакимиәте башлығы ҡатнашлығында «Эшҡыуарлыҡ сәғәте» форматындағы сираттағы ултырышта яңы инвестиция проекты ҡаралды.

Тырыштар йүнен таба
Тырыштар йүнен таба

Район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов ҡатнашлығында «Эшҡыуарлыҡ сәғәте» форматындағы сираттағы ултырышта яңы инвестиция проекты ҡаралды.

«Уфимский+» ЯСЙ-һының учредителе Өфө ауылынан фермер Марат Булатов күп йылдар иген культуралары үҫтереү, шулай уҡ ит малсылығы менән шөғөлләнә. Быйыл, мал аҙығының сифатын күтәреү, хеҙмәт сығымдарын һәм бесәнде юғалтыуҙы кәметеү маҡсатында, Марат Салауат улы яңы пресс-йыйыусы һатып алған. Пресс-йыйыусы ҡулланғанда мал аҙығы үҙенең сифатын юғалтмай 2-3 йылға тиклем һаҡлана ала. Фермерға хужалығын үҫтереү өсөн файҙалана алған ярҙам саралары тәҡдим ителгән, шулай уҡ уларҙы алыу шарттары һәм тәртибе аңлатылған.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, әгәр һеҙ үҙ проектығыҙҙы Хәйбулла районы биләмәһендә бойомға ашырырға йәки ғәмәлдәгеһен киңәйтергә теләһәгеҙ – «Эшҡыуарлыҡ сәғәте»ндә ҡатнашыуға ғариза ҡалдырығыҙ. Аҙна һайын уҙғарылған «Эшҡыуарлыҡ сәғәте»ндә ҡатнашыуға ғаризаны Башҡортостан Республикаһының Инвестиция порталында түбәндәге һылтанма буйынса ҡалдырырға мөмкин: https://investrb.ru/ru/business/business_support/business/  йәки алдан түбәндәге телефондар буйынса яҙылырға:(34758) 2-12-35, 2-18-99, 8-937-320-30-40.

«2019-2024 йылдарға Башҡортостан Республикаһы Хәйбулла районы муниципаль районында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм уға ярҙам итеү» муниципаль программаһы сиктәрендә финанс ярҙамы алыу өсөн конкурсҡа документтар ҡабул итеү дауам итә. Тулыраҡ мәғлүмәтте хакимиәттең рәсми сайтында  һәм телефондар буйынса белергә мөмкин: (34758) 2-18-99, 2-12-35.

Был сараларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы булдырылған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") милли проектына ярашлы атҡарыла.

 

Тырыштар йүнен таба
Тырыштар йүнен таба
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: