Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТ
15 Сентябрь 2023, 22:41

Хәйбулла фермеры ауыл туризмын үҫтерә

Торлаҡҡа мохтаж булғандар ятаҡ менән тәьмин ителә

Хәйбулла фермеры ауыл туризмын үҫтерә
Хәйбулла фермеры ауыл туризмын үҫтерә

Хәйбулла  районында Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты буйынса (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) маҡсатлы эш алып барыла. 

Райондың бизнес-шәрифе  Наил Байғусҡаров  белдереүенсә,  эшҡыуар Урал Закиров үҙенең фермер хужалығын 2008 йылда уҡ ойошторған. Бөгөн уның 4 мең гектар ауыл хужалығы биләмәләре, 220 баш эре мөгөҙлө малға иҫәпләнгән малсылыҡ фермаһы, заманса ауыл хужалығы техникаһы паркы, иген таҙартыу комплексы, икмәкхана, ашханаһы бар. Ә продукцияны предприятие республиканың төрлө райондары һәм ҡалалары буйлап һата.

Фермер хужалығында алты кеше эшләй. Торлаҡҡа мохтаж булғандар ятаҡ менән тәьмин ителә.

Урал Закиров «Ғаилә малсылыҡ фермаларын үҫтереү» республика программаһы сиктәрендә грант ярҙамын алыуға ирешкән. Дәүләт ярҙамына ул трактор JM - 200 һәм 23 баш эре мөгөҙлө мал һатып алған.

Уның планында шулай уҡ - ауыл хужалығы етештереүселәренә һәм туризм тармағына грант ярҙамы күрһәтеүгә, етештереүҙе киңәйтеүгә һәм яңы йүнәлештәрҙе үҙләштереүгә конкурстарҙа ҡатнашыу. Уларҙың береһе - ауыл туризмы.

-«Эшҡыуарлыҡ сәғәте»ндә беҙ Урал Закировҡа уйланылған бизнес-проекттарын тормошҡа ашырыу өсөн эшҡыуарлыҡты үҫтереү муниципаль программаһында ҡатнашырға тәҡдим иттек, -ти Наил Байғусҡаров.

Был сараларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы булдырылған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") милли проектына ярашлы атҡарыла.

Фото: Радий Хәбировтың бизнес менән аралашыу төркөмө.

Хәйбулла фермеры ауыл туризмын үҫтерә
Хәйбулла фермеры ауыл туризмын үҫтерә
Хәйбулла фермеры ауыл туризмын үҫтерә
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас: