Район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов ҡатнашлығында «Эшҡыуарлыҡ сәғәте» форматындағы сираттағы ултырыштарҙа ике яңы инвестиция проекты ҡаралды.
Рөстәм Сынбулатов туристик хеҙмәттәр күрһәтеү, палаткалар урынлаштырыу мөмкинлеге менән туристарҙың уңайлы йәшәүе һәм ялы өсөн кемпинг булдырыу менән шөғөлләнергә ниәтләй. Бының өсөн гидроцикл, буксирланған һыу бананы, ҡотҡарыу жилеттары, беседкалар, тәгәрмәсле мунса, кибет, палаткалар һатып алына. Ял итеү зонаһы өсөн урын һайлана, әлеге ваҡытта ер участкаһы рәсмиләштереү стадияһында.
Былтыр Евгений Козелков «Эшҡыуарлыҡ сәғәте» ҡатнашыусыһы булған, шул ваҡытта ул үҙенең мебель эшләү проектын үҫтереү өсөн Социаль контракт нигеҙендә адреслы социаль ярҙам (АСПК) линияһы буйынса субсидия алған. Ә был юлы үҙ проектын киңәйтеү буйынса яңы идеялар менән йәнә район хакимиәтенә килгән һәм «Стартап» йүнәлеше буйынса финанс ярҙамы алыу өсөн муниципаль программа сиктәрендә конкурсҡа документтар тапшырған.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, әгәр һеҙ үҙ проектығыҙҙы Хәйбулла районы биләмәһендә бойомға ашырырға йәки ғәмәлдәгеһен киңәйтергә теләһәгеҙ – «Эшҡыуарлыҡ сәғәте»ндә ҡатнашыуға ғариза ҡалдырығыҙ. Аҙна һайын уҙғарылған «Эшҡыуарлыҡ сәғәте»ндә ҡатнашыуға ғаризаны Башҡортостан Республикаһының Инвестиция порталында түбәндәге һылтанма буйынса ҡалдырырға мөмкин: https://investrb.ru/ru/business/business_support/business/ йәки алдан түбәндәге телефондар буйынса яҙылырға:(34758) 2-12-35, 2-18-99, 8-937-320-30-40.
«2019-2024 йылдарға Башҡортостан Республикаһы Хәйбулла районы муниципаль районында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм уға ярҙам итеү» муниципаль программаһы сиктәрендә финанс ярҙамы алыу өсөн конкурсҡа документтар ҡабул итеү дауам итә. Тулыраҡ мәғлүмәтте хакимиәттең рәсми сайтында һәм телефондар буйынса белергә мөмкин: (34758) 2-18-99, 2-12-35.
Был сараларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы булдырылған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") милли проектына ярашлы атҡарыла.