Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТ
13 Сентябрь 2023, 19:53

Үҙмәшғүлдәргә яңы офоҡтар асыла

Проект сиктәрендә бушлай оҫталыҡ дәрестәре ойошторола

Үҙмәшғүлдәргә яңы офоҡтар асыла
Үҙмәшғүлдәргә яңы офоҡтар асыла

Башҡортостанда үҙмәшғүллек яҡшы үҫешкән. Республикабыҙҙың "Минең бизнесым" үҙәге Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы ярҙамында үҙмәшғүлдәрҙе бушлай оҫталыҡ дәрестәренә саҡыра.

27 сентябрҙә ойошторолғаны "Үҙмәшғүлдең шәхси брендын төҙөү һәм алға этәреү" тип атала, ә 28 сентябрҙә үткәрелгәне "Маркетплейстар: уға нисек сығырға һәм ҡайһылай аҡса эшләргә" тип исемләнгән.

Әйткәндәй, ошо уңышлы проект "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" тигән милли проект сиктәрендә тормошҡа ашырыла.

Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан белдереүҙәренсә, бөгөн үҙмәшғүлдәр төрлө йүнәлештә тауар етештерә. Ремонтлау, төҙөлөш эштәре, реклама, кәрәкле тауарҙар етештереү, бүтән хеҙмәттәр күрһәтеү һәм башҡалар шуға асыҡ миҫал. Оҫталыҡ дәрестәре тик файҙаға ғына, улар бында алған белемдәрен эштәрендә киң ҡуллана ала.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас: