Бәләкәй Арыҫланғолда элекке фельдшер-акушерлыҡ пункты айырым торған бинала урынлашҡан ине.
Тап уның янында яңы модулле ФАП бинаһы ҡоролдо. Модулле бина «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектының «Беренсел звеноны яңыртыу» төбәк программаһы ярҙамында һатып алынған.
Медицина учреждениеһы мөдире, 40 йыллыҡ стажы булған фельдшер Баныу Мөхәмәтова әйтеүенсә, вәзәмдәр яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылыуын түҙемһеҙлек менән көткән.
Бөгөн тантаналы асыу тантанаһында ал таҫманы ҡырҡыу хоҡуғы район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәриповҡа, Әбеш ауыл советы ауыл биләмәһе башлығы Таһир Юнысовҡа һәм фельдшер Баныу Мөхәмәтоваға бирелде.
Тулыраҡ "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенең 37-се һанында уҡығыҙ.
фото:Зилә Аҡъюлова