Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТ
4 Сентябрь 2023, 14:55

Ресторан бизнесын үҫтермәксе

Киләсәктә Әнисә Акст ауыл туризмы объектын булдырырға ниәтләй    

Ресторан бизнесын үҫтермәксе
Ресторан бизнесын үҫтермәксе

Иглин районында Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты буйынса (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) маҡсатлы эш алып барыла. 

Райондың бизнес-шәрифе  Венера Нуриәхмәтова белдереүенсә,  2023 йылдың майында Иглин районы хакимиәтендә «Эшҡыуарлыҡ сәғәте»ндә эшҡыуар Аниса Аксттың ҡыҙыҡлы проекты ҡаралған. «Алтын Ҡуян» крәҫтиән-фермер хужалығының проекты диетик һәм гипоаллерген ҡуян итен етештереүгә йүнәлтелгән.

Ферма үҫешенең төп йүнәлеше - ресторан бизнесында импортты алмаштырыу. Хакимиәттә проектты хуплау тапҡан һәм эшҡыуар ҙур энтузиазм менән эшкә тотонған.

Тәүҙә Әнисә Акст «Фермерҙар мәктәбе» ндә уҡый. Ул үҙенең проектын уңышлы яҡлай, уның идеяһы «Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ буйынса агентлығы» коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошмаһының социаль өлкә инновациялары үҙәгенең «Социаль эшҡыуарлыҡҡа индереү» мәғариф программаһы эксперттарын һоҡландыра.

Әнисә Акст  социаль контракт нигеҙендә адреслы социаль ярҙам программаһында ҡатнаша һәм дәүләттән финанс ярҙамы алыуға ирешә. Дәүләт ярҙамын ул ҡуяндар өсөн төҙөлөш материалдарын һатып алыуға, йорт ҡуяндарының  һанын арттырыуға һәм мал аҙығын әҙерләүгә йүнәлткән.

Йәш эшҡыуарҙың энергияһы һәм энтузиазмы, дәүләт һәм ғаилә ярҙамы әлеге ваҡытта Иглин ауылының «Алтын Ҡуян» крәҫтиән-фермер хужалығында 40 кролик булыуына булышлыҡ иткән. Киләсәктә Әнисә Акст ауыл туризмы объектын булдырырға ниәтләй.

Әле эшҡыуар үҙ бизнесын киңәйтеү өсөн Иглин районында ер участкаһы һайлай.

Был сараларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы булдырылған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") милли проектына ярашлы атҡарыла.

Фото: Радий Хәбировтың бизнес менән аралашыу төркөмө.

Автор:Карима Усманова

Ресторан бизнесын үҫтермәксе
Ресторан бизнесын үҫтермәксе
Ресторан бизнесын үҫтермәксе
Ресторан бизнесын үҫтермәксе
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас: