Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТ
4 Сентябрь 2023, 15:00

Башҡортостан студенттары 600 мең һум аҡса ота ала

Хакатондарҙа 18 йәштән 30 йәшкә тиклемге йәштәр ҡатнаша ала

Башҡортостан студенттары 600 мең һум аҡса ота ала
Башҡортостан студенттары 600 мең һум аҡса ота ала

Илдең юғары уҡыу йорттарын һәм робототехник программистарҙы хакатонға теркәү башлана, уларҙы йыл һайын “Цифрлы иҡтисад” милли проекты (национального проекта “Цифровая экономика”) сиктәрендә “РН-БашНИПИнефть” ғилми институты үткәрә. Был Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән милли проектына ярашлы мөмкин булды.

Хакатондарҙа 18 йәштән 30 йәшкә тиклемге йәштәр ҡатнаша ала, тип хәбәр иттеләр БР Цифрҙар министрлығының матбуғат хеҙмәтенән. Илдең юғары уҡыу йорттары хакатонында ҡатнашыусыларға алгоритм һайлап алырға һәм 2D-карталарҙа бирелгән параметрҙың ҡиммәттәрен күҙаллау өсөн программа төҙөргә тейеш буласаҡ. Бының өсөн улар статистик анализ һәм мәғлүмәттәр эшкәртеү, яһалма интеллект ысулдары өлкәһендә белемгә эйә булырға, Python һәм C/C программалау телдәрен белергә тейеш. Еңеүселәр 11 ҡалала «Роснефть» компанияһының партнер-вуздары һәм ғилми институттары майҙансыҡтарында сығыш яһаясаҡ һәм аҡсалата бүләктәр аласаҡ, уларҙың дөйөм суммаһы 600 мең һум тәшкил итә.

Робототехник программистар өсөн Хакатон ноябрҙә Өфөлә көндөҙгө форматта үтәсәк. Ҡатнашыусыларға шаттл төҙөргә, уны йөк ташыу өсөн программаларға, шулай уҡ уның квадрокоптер менән үҙ-ара эш итеүен көйләргә кәрәк. Бында Python, C язы, 3D-моделирование, конструкциялау, 3D-печать телдәрендә программалау күнекмәләре һәм машина күреү һәләтен ҡулланыу талап ителә. Еңеүселәр декабрҙә Мәскәүҙә үтәсәк «Роснефть» ИТ-ярыштар марафонының финалында ҡатнашасаҡ.

«РН-БашНИПИнефть» патронажы аҫтында ИТ-ярыштар илдә бишенсе йыл үткәрелә. Уларҙың бурысы - практик мәсьәләләрҙе хәл итеүгә йәштәрҙең киң даирәһен йәлеп итеү һәм юғары уҡыу йорттары менән үҙ-ара эш итеүҙең яңы мөмкинлектәрен асыу.

ИТ-Марафон ярыштарына һылтанма буйынса теркәлергә мөмкин: https://events.rn.digital/all-events/hack.

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас: