Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТ
22 Август 2023, 20:58

Күп балалы ғаиләләр һаны буйынса Башҡортостандың ҡайһы райондары алдынғы урындарҙы биләй?

   

Күп балалы ғаиләләр һаны буйынса Башҡортостандың ҡайһы райондары алдынғы урындарҙы биләй?
Күп балалы ғаиләләр һаны буйынса Башҡортостандың ҡайһы райондары алдынғы урындарҙы биләй?

Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы күп балалы ғаиләләр һаны буйынса иң алдынғы райондарҙы атаны. Һуңғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, республикала 472 мең балалы ғаилә йәшәй, шуларҙың 59 меңе — күп балалы ғаиләләр (2010 йылда — 46,3 мең). Был күрһәткес буйынса республикабыҙ Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында — беренсе, илдә 7-се урында.

Республикала күп балалы ғаиләләр һаны буйынса Бөрйән районы алдынғылыҡты бирмәй, унда һәр өсөнсө ғаилә өс һәм унан күберәк бала тәрбиәләй. 2010 йылда бында һәр дүртенсе ғаилә күп балалы тип һаналған. Күп балалы ғаиләләр шулай уҡ Баймаҡ (26,9 %), Хәйбулла (23,5 %) һәм Әбйәлил райондарында (23,2 %) байтаҡ.

2023 йылдың беренсе яртыһында Башҡортостанда тыуымдың иң юғары күрһәткесе Бөрйән районында теркәлгән — мең кешегә 13,6 бала тыуған. Икенсе урында — Әбйәлил районы, мең кешегә 12,2 бала тыуған, өсөнсө урында — Архангел районы (12,1). 

сығанаҡ:Башинформ

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: