Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТ
22 Август 2023, 20:53

Башҡортостан проекты федераль конкурста ҡатнашты

“Дөрөҫ туҡландырабыҙ” тәбиғи ярымфабрикаттар етештереү” проектын тәҡдим итте.

Башҡортостан проекты федераль конкурста ҡатнашты
Башҡортостан проекты федераль конкурста ҡатнашты

Башҡортостан “Ҡала геройҙары” федераль конкурсына “Дөрөҫ туҡландырабыҙ” тәбиғи ярымфабрикаттар етештереү” проектын тәҡдим итте.

“Дөрөҫ туҡландырабыҙ” сауҙа маркаһы каталогта һигеҙ ризыҡ менән старт алған һәм һәр позицияһы ентекләп уйланылған.

“Яҡын киләсәктә өфөләр һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәре халҡы дөрөҫ туҡланыу идеяһын хуплар һәм тырышлығыбыҙҙы баһалар, тип ышанабыҙ. Бөгөн беҙ 130-ҙан ашыу тәҡдим әҙерләнек. “Дөрөҫ туҡландырабыҙ” — ул, тәү сиратта, милләттең һаулығын ҡайғыртыу ниәтенән ярымфабрикаттарҙы тәбиғи етештереү", – тиелә Башҡортостан проектының презентацияһында.

Билдәләп үтергә кәрәк, конкурста бер ниндәй ҙә ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан үҙ эшен дауам иткән һәм уны үҫтереү өсөн яңы мөмкинлектәр эҙләгән Рәсәй эшҡыуарҙары ҡатнаша. Улар араһынан 2020-2022 йылдарҙа тормошҡа ашырылған ҡала проекттары номинант була ала.

“Ҡала геройҙары”  бизнес премияһы Владимир Путиндың май указдары менән барлыҡҡа килгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектын (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство”) тормошҡа ашырыу маҡсатында үткәрелә.

Фото: Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас: