

Мәләүез районынан Альберт Ибраһимов – район хакимиәтендә “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам” милли проектының "Бәләкәй һәм урта эшҡыуалыҡ субъекттары акселерацияһы” программаһы сиктәрендә ойошторолған “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ҡатнашыусы.
Ике йыл элек ҡалала уның бер нисә стоматология кабинеты булған, һәм ул уларҙы яңыртырға планлаштырған. Тағы ла – балалар стоматологияһын асырға хыялланған эшҡыуар. Альберт Ибраһимов уйланғандың барыһын да тормошҡа ашырҙы. Дәүләт ярҙамы саралары уға медицина ҡорамалдары һатып алыуға сығымдарҙы ҡапларға мөмкинлек бирҙе. Субсидиялар уға үҫеш өсөн стимул булды – эшҡыуарға балалар бүлексәһен һәм имплантация һәм протезлау бүлеген асырға ярҙам итте. Хәҙер уның 17 кеше эшләгән клиникалар селтәре бар.
Күптән түгел Альберт йәнә “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”нә килде. Клиниканың бөтә биналары ла – оҙайлы ваҡытҡа ҡуртымға бирелгән һәм хәҙер бизнесмен уларҙы һатып алыу тураһында уйлай. Уға был юлы ла ярҙам итә алдылар – “Башҡортостан микрокредит компанияһы” менән бәйләнешкә инәләр һәм милли проект сиктәрендә эшҡыуар ҡуртымға алынған бинаны һатып алыуға йылына 6 процент менән льготалы заем алды.
Билдәле булыуынса, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам” (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.
#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: Мәләүез районы хакимиәте.