Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТ
10 Июль 2023, 21:04

Ғүмер оҙайлығын арттырыу өсөн

Былтыр республикала дөйөм үлем кимәле 26,8 процентҡа кәмегән, сабыйҙар үлеме бары 4,2 промилле тәшкил иткән.

Ғүмер оҙайлығын арттырыу өсөн
Ғүмер оҙайлығын арттырыу өсөн

2022 йылда Башҡортостанда көтөлгән ғүмер оҙайлығы 73,1 йыл тәшкил итте, тип хәбәр итә Һаулыҡ һаҡлау министрлығы. Ә Рәсәй буйынса уртаса күрһәткес – 72,76 йыл. Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин әйтеүенсә, был яҡшы һөҙөмтәгә өлгәшеүгә төрлө факторҙар тәьҫир иткән.

Былтыр республикала дөйөм үлем кимәле 26,8 процентҡа кәмегән, сабыйҙар үлеме бары 4,2 промилле тәшкил иткән. Министр фекеренсә, быға йөклөлөк осоронда һәм хәүефле төркөмдө маршрутлау мәлендә мониторинг системаһын индереү, төп акушерлыҡ өҙлөгөүҙәрен иҫкәртеү, үҫеш тайпылыштары булған балалар тыуыуын ваҡытында диагностикалау һөҙөмтәһендә өлгәшелгән. Быйыл 1 ғинуарҙан киңәйтелгән неонаталь скрининг үткәреү ауыр сирҙәрҙе иртә стадияла асыҡларға мөмкинлек бирә. Ғүмер оҙайлығын артабан арттырыу өсөн халыҡтың бөтә йәш категорияларында ла үлем кимәлен кәметергә кәрәк. Шулай ҙа был нигеҙҙә сабыйҙар һәм хеҙмәткә һәләтле йәштәгеләр араһында үлем күрһәткесенең ыңғай динамикаһына бәйле. Был маҡсат “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектында асыҡ билдәләнгән. Көтөлгән ғүмер оҙайлығы күрһәткестәренә өлгәшеүҙә вакцинация, диспансерлаштырыу мөһим роль уйнай. Амбулатор-поликлиника селтәрен киңәйтеү, заманса ФАПтар төҙөү халыҡтың дауаланыуға мөмкинлеген арттыра.

Быйыл тағы ла республикала 75 ФАП, 10 табиплыҡ амбулаторияһы һәм биш табиплыҡ практикаһы офисы асыласаҡ. Бөгөн “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, һигеҙ төбәк проекты тормошҡа ашырыла. Былтыр дөйөм финанслау күләме 7,98 миллиард һум тәшкил иткән. Сумманың дүрттән бер өлөшө – республика бюджетынан. Йәмғеһе ун һаулыҡ һаҡлау объекты сафҡа индерелгән, авария хәлендәге 55 ФАП модулле конструкцияларға алмаштырылған, 18 медицина учреждениеһында капиталь ремонт үткәрелгән, өс меңдән ашыу ҡиммәтле ҡорамал алынған.

Әле һаулыҡ һаҡлауҙа Берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә берҙәм һанлы контур төҙөү өҫтөндә эш бара. Һанлаштырыуҙың төп йүнәлеше – телемедицина. 2019 йылда 12,6 мең телемедицина консультацияһы үткәрелһә, 2020 йылдан башлап был һан ете тапҡырға артҡан.

Республикабыҙҙа биш йыл дауам иткән “Сәләмәтлек поездары” проектының Рәсәй кимәлендә танылыуы, өлгө итеп ҡуйылыуы билдәле. Ул, ысынлап та, үҙен аҡланы. Айырыуса төпкөл тораҡтарҙа йәшәгән халыҡтың хроник сирҙәрен асыҡлауҙа, диагностика үткәреүҙә ул яҡшы ярҙам сараһы булды. Былтыр ғына ла тәү тапҡыр шик аҫтына алынған дүрт меңгә яҡын социаль әһәмиәтле сир асыҡланды, 27 мең самаһы кеше өҫтәмә тикшеренеү үтергә ебәрелде.

Ҡаҙаныштар менән бер рәттән, хәл итәһе мәсьәләләр ҙә етерлек. Министрҙың билдәләүенсә, тәүге звенола кадрҙарҙы юғалтабыҙ, терапевтар, педиатрҙар, дөйөм практика табиптары етешмәй. Ашығыс медицина хеҙмәте лә шулай уҡ кадрҙарға ҡытлыҡ кисерә. Республикала был “аҡ тап”тарҙы бөтөрөү, белгестәрҙе һаҡлау, медицина учреждениеларына нығытыу, төбәктәрҙә еректереү буйынса дүрт төп программа булдырылған. Тәү сиратта “Ауыл табибы”, ”Ауыл фельдшеры” ярҙамға килде, былтыр ошо программалар буйынса 91 табип, 41 фельдшер һәм ике акушерка түләүҙәр алды. Быйыл Башҡортостан Башлығы ҡарары буйынса социаль түләүҙәрҙе йыл аҙағына тиклем ашығыс медицина ярҙамы водителдәре, тәүге ярҙам күрһәткән табип һәм шәфҡәт туташтары аласаҡ. Тәьҫирле сараларҙың береһе – медицина хеҙмәткәрҙәрен торлаҡ менән тәьмин итеү. Муниципалитеттар был йәһәттән өлгөрлөк күрһәтә. Мәҫәлән, былтыр 186 табип, 43 урта белемле белгес торлаҡ менән тәьмин ителгән. Мәсәғүт үҙәк район дауаханаһы район хакимиәте менән берлектә торлаҡ төҙөү буйынса пилот проекты эшләп, кадрҙарҙы районға йәлеп итеү, булғандарын һаҡлау өсөн тырыша. Федераль һәм төбәк средстволары, шулай уҡ эш биреүсе  иҫәбенә төҙөләсәк йортта халыҡты хеҙмәтләндерәсәк, һаулыҡ һағында уяу торасаҡ аҡ халатлылар, төбәкте күтәрәсәк йәш белгестәр йәшәйәсәк.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк: хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен кәметеү, шулай уҡ яман шештәрҙән үлем күрһәткестәрен (100 мең кешегә 185 сир осрағына тиклем) аҙайтыу, сабыйҙар үлемен ҡыҫҡартыу (бер мең яңы тыуған сабыйға 4,5 промиллегә тиклем) һәм һәр кемдең тәүге медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлектәрен арттырыу.

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына (национальный проект “Здравоохранение”) ярашлы, инновациялы медицина технологияларын, шул иҫәптән пациенттың сәләмәтлегенә иртә диагностика һәм дистанцияла мониторинг үткәреү системаһын индереү, тармаҡта берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә медицина ойошмаларының үҙ-ара берҙәм эшмәкәрлеге механизмдарын булдырыу – көн ҡаҙағындағы бурыстар.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас: