МИЛЛИ ПРОЕКТ
26 Июнь 2023, 16:46

Туризм буйынса проекттар дәүләт гранттары аласаҡ

Ярҙам күләме 335,5 миллион һум тәшкил итә. 

Туризм буйынса проекттар дәүләт гранттары аласаҡТуризм буйынса проекттар дәүләт гранттары аласаҡ
Туризм буйынса проекттар дәүләт гранттары аласаҡ

Башҡортостанда “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” («Туризм и индустрия гостеприимства») милли проекты буйынса туризм өлкәһендәге 70-кә яҡын проектҡа ярҙам күрһәтеләсәк. Был хаҡта республика Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итте.

"Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы туризм өлкәһендә гранттар биреүгә ғаризалар ҡабул итеүен дауам итә. "Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы" милли проекты сиктәрендә төбәккә федераль ярҙам күләме 335,5 миллион һум тәшкил итә", — тип әйтелә министрлыҡ белдереүендә.

Ошо средстволар иҫәбенә 70-кә яҡын проект тормошҡа ашырыласаҡ, бер грант суммаһы 10 миллион һумға тиклем тәшкил итәсәк. Бөтәһе өс конкурс иғлан ителде: беренсеһе - йылға, күл, һыуһаҡлағыстар ярҙарында пляждар төҙөүгә һәм үҫтереүгә субсидиялар; икенсе конкурс кемпингтар һәм автокемпингтар урынлаштырыуҙың модулле сараларын булдырыуға йүнәлтелгән. Гранттарҙың өсөнсө категорияһы муниципалитеттарҙа туристик инфраструктураны үҫтергән эшҡыуарҙарға ярҙам итеү өсөн ҡаралған. Аудиогидтар, электрон белешмәләр, мобиль ҡушымталар төҙөүгә, яңы турмаршруттарҙы үҫтереүгә баҫым яһаласаҡ.

Грант аҡсаһынан тыш, эшҡыуарҙар проекттарға үҙ аҡсаһын да һалырға тейеш — кәм тигәндә 50%. Башланғыстарҙы ағымдағы йылда тормошҡа ашырыу шарт.

Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы милли проекты 2030 йылға Рәсәй буйлап сәйәхәттәр һанын йылына 140 миллионға тиклем арттырыуҙы, шулай уҡ туристик тармаҡтың мультипликативлығы иҫәбенә илдә иҡтисади үҫеште тәьмин итеүҙе күҙ уңында тота. Милли проект Рәсәй буйлап сәйәхәттәрҙе уңайлы, хәүефһеҙ һәм ҡыҙыҡлы итергә ярҙам итәсәк. РФ Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы раҫланған милли проекттар 2019 йылда старт алды.

Фото: terrabashkiria.ru

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас