

Әбүбәкерҙә ауылды төҙөкләндереү буйынса эштәр дауам итә.
Ауыл ир-егеттәре берҙәмлеге, тракторсылар Хәсән Билалов һәм Азамат Сынбулатовтың ярҙамы менән, ауыл йәмен ебәреп торған иҫке туҡталҡа һүтеп ташланды. Ауыл халҡының ҡарары менән, һүтелгән төҙөлөш материалдары мәсеткә килтерелгән. Ә иҫке туҡталҡа урынында стела барлыҡҡа киләсәк.
#АбубакировскийСМФК
#Благоустройство