Бәләкәй Арыҫланғол ауылында подряд ойошмаһы заманса модулле фельдшер-акушер пункты төҙөү эшенә тотондо.
Быға тиклем медицина учреждениеһы етмешенсе йылдарҙа төҙөлгән иҫке бинала урынлашҡан ине. Тиҙҙән, яңы бина сафҡа индерелгәндән һуң, вәзәмдәр уңайлы шарттарҙа беренсе медицина ярҙамы ала аласаҡ.