

Район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов ҡатнашлығында “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” форматындағы сираттағы ултырышта яңы проект тәҡдим ителде.
Розалия Игебаева бына ярты йыл инде үҙмәшғүл статусында эшләй. Былтыр ул коммерция прическалары буйынса база курсын уңышлы тамамлаған һәм Аҡъяр ауылындағы матурлыҡ салондарының береһендә эшләй башлай. Күптән түгел ул хеҙмәттәше менән бергә Аҡъярҙағы сауҙа үҙәктәренең береһендә бөҙрәхана асҡан. Бөгөнгө кәңәшмәлә Розалияға эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген алып барыуға социаль контракт нигеҙендә адреслы социаль ярҙам алыуға документтар тапшырырға тәҡдим ителгән. Социаль контракт нигеҙендә адреслы социаль ярҙам комплексы программаһы талаптарына тап килгән осраҡта, ул бөҙрәхана өсөн йыһаздар, инструменттар, аксессуарҙар һәм тотона торған материалдар һатып алыуға кәрәкле финанс ярҙамы алыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ.
Район биләмәһендә үҙ бизнесын асырға теләгәндәрҙең барыһын да Хәйбулла районы хакимиәтендә көтәләр. «Эшҡыуарлыҡ сәғәте»ндә ҡатнашыуға ғаризаны Башҡортостан Республикаһының Инвестиция порталында түбәндәге һылтанма буйынса ҡалдырырға мөмкин: https://investrb.ru/ru/business/business_support/business/ йәки алдан түбәндәге телефондар буйынса яҙылырға:(34758) 2-12-35, 2-18-99, 8-937-320-30-40.
Был сараларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы булдырылған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") милли проектына ярашлы атҡарыла.
Фото: Хәйбулла районы хакимиәте сайтынан.