Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТ
20 Март 2023, 12:10

Башҡортостандан өс проект “Аҡыллы ҡала” премияһында ҡатнаша

Республикабыҙ ҡала хужалығын үҫтереүгә өлөш индергән өсөн “Аҡыллы ҡала” милли проектының өс номинацияһында ҡатнашырға ғариза бирҙе.

“Торлаҡ” тармаҡ номинацияһында күп функциялы “Тирмә” һанлы платформаһы ҡатнаша, ул республика халҡына торлаҡ-коммуналь хужалығындағы күп мәсьәләләрҙе онлайн ысулы менән хәл итергә мөмкинлек бирә.

“Инфраструктура” номинацияһында “РУБИН: РИД оҙатыуы” автоматлаштырылған мәғлүмәт системаһы ҡатнаша. Был ойошма төрлө селтәрҙәргә тоташыу ваҡытын ҡыҫҡартырға ярҙам итә.

“Муниципаль идара” махсус номинацияһында – Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалығының хеҙмәтләндереү предприятиеларына йүнәлтелгән төбәк мәғлүмәт системаһы.

“Беҙ һанлы эш ҡоралдарын иҡтисадтың бөтә төп тармаҡтарына, социаль өлкәгә һәм дәүләт идараһына индерәбеҙ. Был осраҡта  федераль сервисты ғына түгел, ә төбәк проекттарын да үҫтерәбеҙ,” – тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров.

Ҡала хужалығын үҫтереүгә өлөш индергән өсөн “Аҡыллы ҡала” милли премияһын быйыл ғына булдырҙылар Ул ҡала хужалығын һанлы ысулға күсереү буйынса иң яҡшы ғәмәлдәрҙе асыҡлау һәм башҡаларға ла таратыуҙы маҡсат итеп ҡуя.

Фото:  “Башинформ”.

Автор:Рәшит Кәлимуллин.

Автор:
Читайте нас: