Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТ
27 Февраль 2023, 14:36

Республикала бер йылда органдарҙы күсереп ултыртыу буйынса 54 операция яһалған

"Дөйөм һәм сабыйҙар үлеме күрһәткестәре күпкә кәмегән".

Республикала бер йылда органдарҙы күсереп ултыртыу буйынса 54 операция яһалған
Республикала бер йылда органдарҙы күсереп ултыртыу буйынса 54 операция яһалған

Бөтәһе 24 меңдән ашыу пациентҡа юғары технологиялы операция яһалған, тип хәбәр итте Һаулыҡ һаҡлау министрлығының йомғаҡлау коллегияһында Айрат Рәхмәтуллин. Уның һүҙҙәренсә, республикала ҡатмарлы операцияларҙы көтөү ваҡыты ярайһы уҡ ҡыҫҡарған. Шул уҡ ваҡытта башҡа ыңғай тенденциялар ҙа күҙәтелә.

«Уҙған йыл беҙҙең өсөн демографик күрһәткестәрҙең ыңғай тенденциялары менән билдәләнде. Дөйөм һәм сабыйҙар үлеме күрһәткестәре күпкә кәмегән. «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты сиктәрендә ҙур сумма - 8 миллиард һум самаһы алдыҡ. Аҡса беренсел звеноны яңыртыуға, йөрәк-ҡан тамырҙары һәм онкология сирҙәренә ҡаршы көрәшкә йүнәлтелде. Уларҙа фельдшер-акушерлыҡ пункттары төҙөнөк, медицина учреждениеларын ремонтланыҡ, ҡорамалдар, медицина автомобилдәре һатып алдыҡ», - тип хәбәр итте һаулыҡ һаҡлау министры.

Фото:архив ИА «Башинформ»

#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Айнур Акилов.
Автор:
Читайте нас: