Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТ
2 Февраль 2023, 14:23

Башҡортостанда милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуға 50 миллиард һум самаһы йүнәлтелде

Республикала милли проекттар сиктәрендә төҙөлөүсе ҙур социаль объекттарҙы ваҡытында төҙөп бөтөргә кәрәк, тип белдерҙе республика башлығы Радий Хәбиров. #национальныепроекты#нацпроекты

Башҡортостанда милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуға 50 миллиард һум самаһы йүнәлтелде
Башҡортостанда милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуға 50 миллиард һум самаһы йүнәлтелде

Республикала милли проекттар сиктәрендә төҙөлөүсе ҙур социаль объекттарҙы ваҡытында төҙөп бөтөргә кәрәк, тип белдерҙе республика башлығы Радий Хәбиров кәңәшмәһе ултырышында. Был юлы осрашыуҙың темаһы милли һәм федераль проекттарҙы тормошҡа ашырғанда ҡағиҙә боҙоуҙарға ҡаршы көрәш саралары булды.

Республика башлығы һүҙҙәренсә, республикала тормошҡа ашырылған 49 төбәк проекты буйынса планлаштырылған күрһәткестәргә өлгәшеүҙе тәьмин итә. 2022 йылда уларға 48,5 миллиард һум йүнәлтелгән.

Был эш тураһында ентекләберәк республика хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Илшат Тажетдинов һөйләне, тип хәбәр итә Башҡортостан Республикаһы башлығының матбуғат хеҙмәте.

Әйтәйек, былтыр проекттарҙы тормошҡа ашырыуға федераль бюджеттан 39 миллиард һум самаһы йәлеп ителгән, был 2021 йылғы күрһәткестән ике тапҡырға тиерлек күберәк. «Был аҡсаға 28 медицина ойошмаһында капиталь ремонт яһалған, 55 модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты ҡуйылған, 3 меңдән ашыу берәмек медицина ҡорамалы һатып алынған. Шулай уҡ 27 мәҙәниәт учреждениеһы төҙөкләндерелде, 10 заманса кинозал асылды, 126 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндерелде, 146,7 саҡрым автомобиль юлы норматив хәлгә килтерелде», - һанап китте Илшат Тажетдинов.

Быйыл милли проекттар сиктәрендә ете мәктәпте, алты дауахананы һәм поликлиниканы, ете мәҙәниәт учреждениеһын, 17 инженер һәм транспорт инфраструктураһы объектын төҙөп бөтөү, 75 фельдшер-акушерлыҡ пунктын ҡуйыу күҙаллана, тип хәбәр итте ул.

Өҫтәп үтәйек, эштәрҙе башҡарыуға дәүләт һәм муниципаль контракттар 2023 йылдың 1 апреленә тиклем төҙөләсәк.

#ВладимирПутин

#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Айнур Акилов.
 
Автор:
Читайте нас: