Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТ
30 Ноябрь 2022, 20:00

Пушкин картаһындағы аҡсаны тотоноп өлгөрөгөҙ, сөнки ҡалғаны яна....

   

Пушкин картаһындағы аҡсаны тотоноп өлгөрөгөҙ, сөнки ҡалғаны яна....
Пушкин картаһындағы аҡсаны тотоноп өлгөрөгөҙ, сөнки ҡалғаны яна....

Пушкин картаһы иҫәбендә ятҡан 5 мең һумды йыл аҙағына тиклем тотонорға кәрәклеге иҫегеҙҙәме?

2023 йылдың 1 ғинуарында лимит яңыртыла, ләкин уҙған йылдың ҡалған өлөшө күсерелмәй.

Пушкин картаһы менән 44 меңгә яҡын сараға - экскурсияларға, күргәҙмәләргә, киносеанстарға, спектакль һәм концерттарға барырға мөмкин.

Әйткәндәй, кинотеатр билеттарына лимит билдәләнгән: Пушкин картаһындағы 2 мең һумға тиклем генә аҡсаны киноға тотонорға мөмкин. Күңелеңә хуш килгән сараны культура.рф порталында vk.cc/cd9Os0 һайларға мөмкин.

Пушкин картаһын кем юллай ала?

14 - 22 йәштәге йәш кешеләр. Рәсмиләштергәндә картаға 5 мең һум аҡса күсерелә.

Карта юллау өсөн:
- «Дәүләт хеҙмәттәре. Мәҙәниәт» мобиль ҡушымтаһын күсереп алырға vk.cc/cdxs6o (бының өсөн Дәүләт хеҙмәттәрендә раҫланған иҫәп яҙмаһы булырға тейеш);
- виртуаль йәки пластик картаны һайларға кәрәк.

Виртуаль карта ҡушымтала уҡ бирелә. Пластик карта алыу өсөн Почта Банк бүлексәләренең береһенә барырға кәрәк буласаҡ. Үҙең менән паспорт һәм СНИЛС алыу мөһим.

Пушкин картаһын 7 миллиондан ашыу кеше алған да инде: vk.cc/c5zy5a

«Пушкин картаһы» программаһына булышлыҡ итеү хеҙмәте: 8-800-100-06-45

Автор:Аңлатабыҙ Башҡортостан
Читайте нас: