Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТ
28 Ноябрь 2022, 22:50

Техника ҡышҡа һаҡлауға ҡуйыла

Бөтә машиналар ҙа техник хеҙмәтләндереү үтергә тейеш.

Техника ҡышҡа һаҡлауға ҡуйыла
Техника ҡышҡа һаҡлауға ҡуйыла

Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, янғын йәһәтенән хәүефле миҙгел тамамланыу менән республиканың урман янғындарын иҫкәртеү һәм һүндереү үҙәге станциялары Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Экология” милли проектының (национальный проект “Экология”) “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проекты нигеҙендә һатып алынған техниканы, ҡорамалдарҙы һәм инвентарҙы планға ярашлы йүнәтеүгә тотондо.

Артабан был техника ҡышҡа һаҡлауға ҡуйыла. Уға тиклем бөтә машиналар ҙа техник хеҙмәтләндереү үтергә тейеш. Тәү сиратта, уларҙы таҙарталар, йыуалар. Транспортта аккумулятор, электр ҡорамалдары, генератор, яҡтыртыу приборҙары кеүек махсус һаҡлау шарттарын талап иткән элементтар булһа, уларҙы һүтеп алалар. Уларҙы машинаның сериялы номерын теркәп, айырым келәттәрҙә һаҡлайҙар.

– Тракторҙарҙы ҡышҡа ҡуйғанда тәгәрмәстәрҙәге баҫымды тикшерергә, зыян килмәһен өсөн тәгәрмәс аҫтына аҫлыҡ һалырға кәрәк. Шиндар махсус иретмә менән ҡаплана. Электр системаһы элементтары һәм күсергес ҡайыштар һүтеп алына. Бөтә эш элементтары – дискылар, тешле тырмалар һәм башҡалар һаҡлағыс консервант менән эшкәртелә, – тине Урман янғындарын иҫкәртеү үҙәге етәксеһе Айрат Йосопов.

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: forest.bashkortostan.ru/

Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/354524#scroll

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас: