Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТ
25 Ноябрь 2022, 16:21

Башҡортостанда һанлы кинозал асылған

Сеанстар шишәмбе, шаршамбы, кесе йома көндәре һәм ялдарҙа күрһәтеләсәк.  

Башҡортостанда һанлы кинозал асылған
Башҡортостанда һанлы кинозал асылған

Ҡалтасы районы Краснохолм ауылында "Мәҙәниәт" милли проекты сиктәрендә яңы һанлы кинозал асылды. 

Зал "Нефтяник" мәҙәниәт йортонда урынлашҡан. Сеанстар шишәмбе, шаршамбы, кесе йома көндәрендә һәм ялдарҙа 16:00, 18:00, 20:00 сәғәттәрҙә күрһәтелер тип көтөлә. 

Тиҙҙән Ҡалтасыла ла киномандар өсөн урын булдырыла, тип хәбәр итә район башлығы Зәбир Ғабдуллин.

Ғөмүмән, Башҡортостанда федераль бюджет иҫәбенә 10 кинозал яңыртыласаҡ.

Фото: Башинформ

#нацпроекты #регпроекты #региональныепроекты #национальныепроекты #нацпроектыБашкортостана

Автор:Гульсина  Юсупова.
Автор:
Читайте нас: