МИЛЛИ ПРОЕКТ
21 Ноябрь 2022, 14:40

Хәйбулла һөнәрселәре оҫталығын күрһәтте

Сара районда йүнселлекте үстереүгә йүнәлтелә

Хәйбулла һөнәрселәре оҫталығын күрһәттеХәйбулла һөнәрселәре оҫталығын күрһәтте
Хәйбулла һөнәрселәре оҫталығын күрһәтте

Хәйбулла районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Аҡъярҙағы “Балта” һөнәрселек коворкингында халыҡ ижады үҙәге, атап әйткәндә, район һөнәрселәренең ҡул эштәре күргәҙмә-сауҙаһы ойошторолдо. Хәҙер һәр кеше уңайлы ваҡытта үҙәккә килеп, теләгән әйберен һатып алыу мөмкинлегенә эйә. Сара районда йүнселлекте үстереүгә, шулай уҡ Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) ҡуйған бурыстарҙы тормошҡа ашырыуға йүнәлтелә.

Был көндә халыҡ художество кәсебе оҫталары үҙҙәре яһаған әйберҙәрҙе тәҡдим итте. Биҙәкле футболкаларҙы, милли күлдәктәрҙе, ҡулдан эшләнгән ҡурсаҡтарҙы, урын кәрәк-ярағын, бейсболкаларҙы, мәрйендән картиналарҙы, милли биҙәүестәрҙе, ҡағыҙ кәрзиндәрҙе, дебет шәлде ҙур теләк менән һатып алдылар. Күргәҙмәлә хатта ағас тәҙрә рамдары, ишектәр тәҡдим ителде. Рәмилә Билалова турағыс таҡта яһау, ә Резеда Илбәкова тегеү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе.

Сара аҙағында район һөнәрселәре бүләк отошон ойошторҙо.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: contenta.info/press_releases/351154

Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/351154

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас