МИЛЛИ ПРОЕКТ
10 Ноябрь 2022, 11:02

Аҡыллы светофорҙар буласаҡ

Улар көсөргәнеште иҫәпкә алып, сигналдарҙың яныу ваҡытын үҙгәртәсәк.

Аҡыллы светофорҙар буласаҡАҡыллы светофорҙар буласаҡ
Аҡыллы светофорҙар буласаҡ

Өфө ҡалаһы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, тиҙҙән баш ҡала урамдарындағы светофорҙар “аҡыллыраҡҡа” әйләнеп, юлдағы хәлде күҙәтәсәк, теге йәки был участкалағы көсөргәнеште иҫәпкә алып, сигналдарҙың яныу ваҡытын йылдам үҙгәртәсәк. Интеллектуаль транспорт системаһы Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектына (национальный проект “Безопасные и качественные автомобильные дороги”) ярашлы ғәмәлгә индерелә.

Юл хәрәкәтенә идара итеү үҙәге был системаның төп элементын тәшкил итә. Уның буйынса эште йыл аҙағына тиклем тамамлау планлаштырыла. Яһалма интеллект һәм нейроселтәрҙәр нигеҙендәге махсус системалар эшләнә. Ошо хәл-шарттар үҙәге белгестәре өсөн автоматлаштырылған эш урындары булдырыла. Бөтә мәғлүмәт аныҡ ваҡыт тәртибендә видеостендта сағылдырыла.

Ошо проектты тормошҡа ашырыуҙа светофор объекттарын яңыртыу ҙур әһәмиәткә эйә. Тәүге этапта Өфө урамдарында йыл аҙағына тиклем 50-нән ашыу светофорҙы яңыртыу күҙаллана. “Өфөгорсвет” муниципаль электр селтәрҙәре белгестәре ошо көндәрҙә баш ҡаланың Шота Руставели һәм Рәсәй урамдары киҫелешендә эшкә тотондо ла инде.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: contenta.info/press_releases/345796

Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/345796

Автор:Лилия Давлетбакова.
 
"Башҡортостан" гәзитенән.
Автор:
Читайте нас