МИЛЛИ ПРОЕКТ
6 Ноябрь 2022, 14:04

Йөҙҙән ашыу контрактҡа ҡул ҡуйылған

Республиканың Экспортҡа булышлыҡ итеү үҙәге тарафынан күрһәтелгән ярҙам 64 бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъектына 129 экспорт контракты төҙөргә ярҙам иткән.  

Йөҙҙән ашыу контрактҡа ҡул ҡуйылғанЙөҙҙән ашыу контрактҡа ҡул ҡуйылған
Йөҙҙән ашыу контрактҡа ҡул ҡуйылған

Республиканың Экспортҡа булышлыҡ итеү үҙәге тарафынан күрһәтелгән ярҙам 64 бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъектына 129 экспорт контракты төҙөргә ярҙам иткән.

Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Германия, АҠШ, Швейцария һәм башҡа илдәрҙең контрагенттары республика предприятиеларының тышҡы сауҙа парнерҙарына әүерелгән.

 - Туғыҙ ай йомғаҡтары буйынса төҙөлгән контракттар һаны буйынса Экспортҡа булышлыҡ итеү үҙәге планды 42 процентҡа, ә дөйөм алғанда 2,5 тапҡырға арттырып үтәгән, - тип аңлатма бирҙе Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева.

Төбәк үҙәге икенсе йыл рәттән ил субъекттары араһында эш һөҙөмтәлелеге буйынса Рәсәй экспорт үҙәге рейтингында, Мәскәү өлкәһенән генә ҡалышып, икенсе урынды биләй. Мәғлүм булыуынса, ил Президенты  Владимир Путин башланғысы менән «Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» милли проекты тормошҡа ашырыла, уның һөҙөмтәһендә сеймал булмаған һәм энергетикаға ҡарамаған тауарҙарҙы экспортлау күләме йылына (хаҡтарҙа сағылышта) 250 миллиард доллар күләменә етергә, шул иҫәптән машиналар эшләү продукцияһын экспортлау - 50 миллиард долларға, агросәнәғәт комплексы продукцияһы - 45 миллиард долларға, шулай уҡ күрһәтелгән хеҙмәттәр экспорты 100 миллиард доллар күләменә етергә тейеш.

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: ntm13.ru

                

Автор:Гүзәлиә Балтабаева.
Автор:
Читайте нас