

Хәйбулланан хәбәр итеүҙәренсә, район хакимиәтендә эшҡыуарлыҡ буйынса координация советының “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” тәртибендә уҙғарылған ултырыштары йүнселлекте үҫтереүгә, шулай уҡ Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) күрһәткестәрен үтәүгә йүнәлтелә.
Ошо көндәрҙә хакимиәт башлығы Рөстәм Шәрипов сираттағы кәңәшмә үткәрҙе. Унда урындағы йүнсел Айгөл Аҡҡужина Аҡъярҙа шәхси медицина үҙәге асыу проектын тәҡдим итте. Ул инженерлыҡ коммуникацияларының һаҡлыҡ зонаһында бина төҙөргә рөхсәт һорай. Ә ишле ғаилә башлығы Алмас Таһиров ғаилә бизнесы асырға теләй. Проекттың маҡсаты – тоҡомло башҡорт аттарын һатып алыуға бәйле инвестиция йәлеп итеү. Йүнсел социаль контракт нигеҙендә адреслы социаль ярҙам программаһы буйынса финанс ярҙамына өмөт итә.
Өсөнсө проектты Рөстәм Асҡаров тәҡдим итте. Ул йәмәғәт туҡланыуы буйынса үҙ эшен асырға ниәтләй. Бының өсөн ер участкаһы һәм ҡуртымға киоск кәрәк.
Кәңәшмәлә инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итеү буйынса йөкләмәләр, аныҡ үтәү ваҡыты билдәләнеп, тейешле протокол менән нығытылды.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: contenta.info/press_releases/343010
Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/343010