

Туймазы районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, быйыл төбәк мәктәптәре, “Һанлы белем биреү мөхите” төбәк проектына ярашлы, 28-әр ноутбук һәм дүрт күп функциялы ҡулайлама алды.
Мәктәптә һанлы белем биреү мөхитен үҫтереүҙең маҡсаты – балаларҙың һәләтен үҫтереү, белемен тәрәнәйтеү. Ул уҡытыуҙы камиллаштырырға, уҡыусыларҙа үҙаллылыҡты, яуаплылыҡты арттырырға булышлыҡ итә. Мәғлүм булыуынса, әле һәр йәһәттән белемле, мәғлүмәтле профессионалдарға ихтыяж ҙур, ә электрон белем биреү контенты киләсәктә йәштәргә хеҙмәт баҙарында кәрәкле һөнәр һайларға булышлыҡ итә. Ғәмәлгә индерелгән һанлы белем биреү мөхитенең айырым маҡсатлы моделе уҡыусылар, уҡытыусылар һәм административ-идара итеүсе персонал өсөн “һанлы компетенциялар”профилен булдырыу мөмкинлеген бирә.
Әйткәндәй, 2019 йылдан Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәғариф” милли проекты (национальный проект “Образование”) нигеҙендәге “Һанлы белем биреү мөхите” төбәк проектында Туймазы районынан бөтәһе 12 мәктәп ҡатнаша.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: contenta.info/press_releases/341936
Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/341936