МИЛЛИ ПРОЕКТ
30 Октябрь 2022, 05:50

Санавиация реаниматологтар менән тулыланды

Реанимобиль водителе  Сергей Кирьянов санавиация хеҙмәтендә 25 йылдан ашыу эшләй. “Тиҙлек, йыйнаҡлыҡ, ҡыҫҡа маршрутты һайлай белеү пациенттың ғүмерен ҡотҡарырға ярҙам итә", ти ул.  

Санавиация реаниматологтар менән тулыландыСанавиация реаниматологтар менән тулыланды
Санавиация реаниматологтар менән тулыланды

Ғ.Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһының санавиацияһы реаниматологтар штаты менән тулыланды. Бөгөн алты реанимобиль һәм ике “Ансат” вертолеты тәүлек әйләнәһенә республиканың теләгән мөйөшөнә сығырға әҙер.  Быйыл  “ҡанатлы” ярҙам хеҙмәте 150-нән ашыу пациентты эвакуацияланы.

Диспетчерҙар хеҙмәте беренсе булып ярҙамға килә. Улар мөрәжәғәтте алыу менән табиптарҙы, водителдәрҙе һәм пациенттарҙы оператив рәүештә тоташтыра. Консультацияларҙан алып операцияларға тиклем бөтә мәғлүмәт улар аша үтә.

“Ҡайһы саҡта сәй эсергә лә ваҡыт булмай. Сменалар төрлөсә үтә, көсөргәнешлеләре күберәк”,– ти фельдшер Әлмира Ғөзәйерова.  Реанимобиль водителе  Сергей Кирьянов санавиация штатында 25 йылдан ашыу эшләй. “Тиҙлек, йыйнаҡлыҡ, ҡыҫҡа маршрутты һайлай белеү пациенттың ғүмерен ҡотҡарыуға ярҙам итә. Реанимобилдәр көн һайын юлда, уларға һауа торошо ҡамасауламай. Республиканан ситкә лә сығырға тура килә, юл-транспорт бәләләренә юлыҡҡандарҙы үҙебеҙгә алып киләбеҙ. Өйҙә стеналар ҙа ярҙам итә”, – ти ул.

“Ҡанатлы” реанимация хеҙмәтен ике “Ансат” вертолеты башҡара. Быйыл ун ай эсендә 160-ҡа яҡын осош яһалған. Ашығыс ярҙам талап ителгәндә улар һәр саҡ һауаға күтәрелергә әҙер.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә  һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора.

”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен,  ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын  кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген  иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһының маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән  халыҡ өсөн.

 ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы. 

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас