

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы булдырылған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") милли проектының “Агротуризм” программаһы нигеҙендә төбәктәрҙә үҙ эшен асҡан йүнселдәргә ҙур иғтибар бүленә.
Рәсәй кимәлендә иғлан ителгән "Агротуризм" программаһында илдең 63 төбәгенән 223 проект ҡатнашты һәм шуларҙың 73-ө еңеп сыҡты. Грантҡа эйә булғандар араһында Баймаҡ районынан Денис Өмөтбаев та бар.
"Беҙ боронғо йәйләүҙәр стилендә абсолют аутентик майҙансыҡтар булдырырға ниәтләйбеҙ, - ти эшҡыуар Денис Өмөтбаев. - Был ҡунаҡтарҙы урынлаштырыу өсөн ете тирмәнән торған күсмә комплекс буласаҡ. Тирмәләрҙә йылҡысылыҡ һәм ҡымыҙ эшләү өлгөләре сағылдырыласаҡ. Бөгөн беҙ заманса трендтарға яраҡлашыуҙа иҫке модель булдырырға ниәтләйбеҙ. Ҡунаҡтарыбыҙға этник тирмәләрҙә уңайлы урынлашырға, туҡланырға, ҡымыҙ менән һыйланырға, атта йөрөргә тәҡдим итербеҙ. Проектыбыҙҙың үҙенсәлеге - ҡымыҙ эшләү процесында ҡатнашыу мөмкинлеге. Тәбиғәтебеҙ иҫ киткес матур урындарға бай, ҡунаҡтарға күрһәтерлек нәмәләр күп".
Эксперттар фекеренсә, "Башҡорттоң күсеп йөрөү урыны" туристик киңлеген булдырыу фермерға бер юлы бер нисә агройүнәлеште, шул иҫәптән туризмды, малсылыҡты үҫтерергә мөмкинлек бирергә тейеш.
Туристарға ялдың төрлө моделдәрен тәҡдим итеү күҙаллана: ғаилә отпусктарынан алып ял көнө турҙарына тиклем. Улар сәләмәтлеген нығытасаҡ, һыбай йөрөргә өйрәнәсәк, республиканың тәбиғәте, милли колориты һәм мәҙәниәте менән осрашасаҡ, башҡорт милли ризыҡтары менән таныша һәм ҡымыҙ эсә аласаҡ.
Денис Өмөтбаев йылҡысылыҡты үҫтереү менән маҡсатлы шөғөлләнә, ҡымыҙ етештерә, төрлө проекттарҙа, конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша. Ул бизнесын үҫтереүгә 4,7 миллион һум федераль грант аласаҡ. Быйыл уның фермер хужалығында Башҡортостан Премьер-министры Андрей Назаров та булып, йәш йүнселдең эшмәкәрлегенә юғары баһа биргәйне.
Автор фотолары.
#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан